

Йәш саҡтан уҡ Баймаҡ районында колхоз төҙөүҙә ҡатнашҡан. Аңлы йәш егетте партия мәктәбенә уҡырға ебәрәләр, унан һуң 1926 йылда Темәс педагогия училищеһын тамамлай. Уҡып ҡайтҡас төрлө яуаплы эштәрҙә эшләй, артабан Аҡморон мәктәбенә уҡытыусы итеп ебәрелә. 1930 йылда уны урман хужалығына эшкә йүнәлтәләр. Һуғышҡа тиклем объездчик булып эшләй. 1941 йылда өс бала менән дүртенсегә ауырлы әсәйебеҙҙе урман уртаһындағы кордонда ҡалдырып, һуғышҡа китә. 62-се армия составында Сталинград фронтында һуғыша, фельдмаршал Паулюстың ғәскәрен уратып алыуға үҙ өлөшөн индерә. Был ваҡытта ул пулемётсы булып хеҙмәт итә. Яралана, госпиталгә эләгә. Госпиталдән һуң Курск дуғаһына эләгә, миномётсы була. 226-сы саперҙар батальонында отделение командиры, 119-сы гаубицалы артиллерия бригадаһында отделение командиры вазифаларын башҡара.
...Фашист танктары тулҡын-тулҡын булып килә. Гөрһөлдәү. Ҡолаҡтарҙы ауырттырғыс шау-шыу. Бер-бер артлы снарядтар шартлай. Ҡайҙа ер, ҡайҙа күк – бөтәһе лә буталған, бер нәмә лә аңларлыҡ түгел. Аяҡ аҫтында ер көйрәй. Курск дуғаһындағы ғәскәрҙәр өсөн бик ауырға тура килә. Немец танктарының һөжүмен бик оҙаҡ тотҡарларға кәрәк була. Ауыр һуғыштың ҡыҙыу бер мәлендә атайыбыҙ эргәһендә генә дошман снаряды шартлай, күп һанлы ярсыҡтар менән яраланған һалдатты госпиталгә оҙаталар. Еңеүгә ышаныс, Тыуған иленә һәм ғаиләһенә булған һөйөүе уға көс бирә, шуға ғына үлемде еңеп, шәбәйеп сыға ул. Ғөмүмән, бик бәхетле кеше булған ул, тип әйтергә лә мөмкин.
...Бер ваҡыт шулай улар, дүрт һалдат, бер окопта немецтарҙың атакаһын көтөп ятҡанда, атайыбыҙ бер минутҡа ғына йомош менән окоптан сығып китә. Кире килеүенә окоп урынында снаряд шартлағандан һуң ҡалған ҙур соҡор ғына күрә ул.
Икенсе бер осраҡта әжәл тағы ла уны урап үтә. Ул хеҙмәт иткән полкты ялға туҡтаталар. Бер аҙна самаһы бер ауыл эргәһендә ял итәләр. Эргәлә генә йылға. Һалдаттар һыу инәләр, ҡыҙыналар, кәрт уйнайҙар. Граната менән балыҡ шаңҡытып, балыҡ һурпаһы бешерәләр. Атайыбыҙ ҙа иптәштәре менән кәрт уйнай. Ошо ваҡытта уны командирға саҡырталар. Йөҙ метр ҙа китеп өлгөрмәй, ҡаты шартлау ишетеп, кире йүгереп килһә... Бер һалдаттың һыуға ырғытҡан гранатаһы, ағас ботағына эләгеп, артҡа, кәрт уйнаусыларҙың уртаһына килеп төшкән... Бына шундай “иҫәр үлем” менән дә әрәм булырға мөмкин икән.
1944 йылда атайыбыҙ разведротала хеҙмәт итә башлай. Бик күп тапҡырҙар немец тылына “тел” алырға бара ул, бик күп ҡиммәтле мәғлүмәт алып ҡайта. Бөйөк Еңеүҙе Германияла ҡаршылай. Ҡайтышлай, Мәскәү вокзалында, һалдаттарҙы теҙеп ҡуйып, Сталиндың яңы приказын уҡыйҙар: уларҙың дивизияһы Японияға ҡаршы һуғышҡа оҙатыла. Әлбитттә, быны бер кем дә көтмәгән була. Был һуғышта тағы ла бик күп иптәштәрен юғалта ул. Ниһайәт, 1946 йылдың ғинуар айы башында саҡ ғаиләһенә ҡайтып етә. Әсәйебеҙ дүрт йыл ярым ҡәйнәһен, дүрт балаһын ҡарап, урман ҡарауыллап, ҡайтыуын көтөп тора. Әсәйебеҙ Йәмилә Ғәлим ҡыҙы менән ун бала үҫтереп, уларға лайыҡлы тәрбиә, белем биреп, тормош юлына баҫтырҙылар. Һуғыштан һуңғы ғүмерен урман һаҡлау һәм үҫтереүгә, балалар тәрбиәләүгә бағышланы. Уҡымышлы, ихлас, изгелекле, аҡыллы кеше ине ул. Беҙҙе лә юғары маҡсаттарға ынтылырға, тырыш булырға, изгелек эшләргә өйрәтте. Атайыбыҙ Дәүләтша Мөхәмәтйән улы Байтурин 1980 йылда, 75 йәшенә етеп, үҙен яратҡан ғаиләһе уртаһында баҡыйлыҡҡа күсте.
Бөйөк Ватан һуғышындағы батырлығы өсөн ул бик күп орден-миҙалдар менән наградланған. Һаҡланып ҡалғандары – “За отвагу” 425250, “За боевые заслуги” 1765452, “За оборону Москвы” , “За победу над Германией”, “За победу над Японией”.
Баймаҡ районы Шүлкә ауылының тирә-яғындағы ағастарҙың күбеһе – уның ҡулдары менән ултыртылған. Ҡәбере Шүлкәлә булһа ла, тыуған ауылы Буранбайҙағы Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына бағышланған обелискта уның да ҙур фотоһы тора. Үҙе булмаһа ла, уның рухы – балаларында, ейәндәрендә. Рәхмәт һиңә оло Еңеү өсөн, рәхмәт һиңә бөгөнгө матур тормош өсөн! Йәнең йәннәттә булһын, ҡәҙерле атайыбыҙ...
Минең атайым
Байрам бөгөн. Урам буйлап
Ғорур атлайым.
Был еңеүҙе яулап бирҙе
Минең атайым!
...Фашист сикте боҙоп ингәс,
Ул киткән яуға,
Лайыҡлы яуап ҡайтарған
Оло һынауға.
Илебеҙҙе азат иткәс,
Туҡтап ҡалмаған,
Европаны таҙартырға
Ары атлаған.
Үҙ өңөндә фашистарҙы
Дөмбәҫләп ҡайтҡан,
Ул ҡан түккәнгә еңеүҙең
Ал таңы атҡан.
Һуғыш бөткәс ул тырышып
Илде күтәргән,
Күпме ауырлыҡты иңе
Аша үткәргән.
Беҙгә ғүмер, белем биргән –
Илгә эшсе ҡул,
Шәп кеше булған атайым –
Бына ниндәй ул!
...Бөгөн – байрам. Урам буйлап
Ғорур атлайым:
Был байрамды бүләк итте
Миңә атайым!
Фирүзә АБДУЛЛИНА.
Иҫке Бәпес ауылы.