Ул үҙенең тыуған мәктәбенә килеп, уҡытыусылар һәм уҡыусылар менән хәрби-ялан шарттарында йәшәү шарттары, тыуған ил алдындағы хәрби бурыс, батырлыҡ һәм ҡыйыулыҡ тураһында әңгәмәләште. Уҡыусыларҙы күп төрлө һорауҙар ҡыҙыҡһындырҙы.
- Һеҙ унда иң нығы нимәне һағындығыҙ? – тигән һорауға, ул, ауыл икмәген, тигән яуап ҡайтарҙы.
Яугир уларға хаттар һәм посылкалар өсөн рәхмәт әйтеп, һеҙҙең хаттарығыҙ беҙҙең күңелдәрҙе йылыта, буш ваҡытыбыҙҙа уларҙы ҡат-ҡат уҡып сығабыҙ, тине. Был беҙгә дөрөҫ аҙым эшләүебеҙгә ышаныс бирә. Беҙҙең халыҡ бер ҡасан да илбаҫар булманы, беҙ үҙ халҡыбыҙҙы яҡлашабыҙ, - тине ул.
Яугир күп балалы ғаиләлә тәрбиәләнгән. Дүрт малай араһында ул иң өлкәне. Ҡырмыҫҡалы һөнәрселек училищеһында иретеп-йәбештереүсегә уҡып сыҡҡан. Махсус хәрби операция башланғас, үҙ теләге менән контракт буйынса барырға ҡарар иткән.
- Бик ярҙамсыл, кешелекле, әүҙем егет. Шуға ла уның махсус операцияға барырға ҡарар ҡабул итеүен аңлап ҡабул иттек. Иптәштәре унда булғанда, ул бармай ҡала алмаҫ ине, - ти уның хаҡында мәктәп директоры Зорина Наил ҡыҙы.
Тиҙҙән яугирҙең ялы тамамлана һәм ул яңынан үҙенең часына китә. Уға һәм барлыҡ егеттәргә тиҙерәк еңеү яулап ҡайтырға яҙһын.
Ынйы Сәлихова.