Даирә
+24 °С
Дождь
9 мая - День Победы
15 Июня 2023, 04:13

Уйланырға урын бар!

“Даирә” гәзитендә баҫылған “Балаларға физик тәрбиә кәрәкме?” мәҡәләһен уҡығандан һуң ирекһеҙҙән үҙемдең бала сағымды, мәктәп йылдарын иҫкә төшөрҙөм.

Уйланырға урын бар!Уйланырға урын бар!
Уйланырға урын бар!

Физик тәрбиә – ул хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләү һәм ул иң беренсе ғаиләнән башлана. Шуға күрә бәләкәйҙән атай-әсәйҙең ҡул араһына кереп, уларға ярҙам итеү, хеҙмәткә ылығыу, баланы тормошҡа әҙерләү тип ҡабул ителгәндер.
Әле иҫемдә, үҙ тиҫтерҙәрем менән күл буйына барып, кер йыуып, һыу төшөп йөрөүҙәр. Ҡыҙҙар менән һөйләшеп, йыйнаулашып, шатланып бара инек һыу буйына. Әсәйемдең һалҡын һыу керҙе ҡарайта, уны ағартыуы ҡыйын була тип әйтеүенә лә ҡарамай, кер йыуыу таҡтаһында ҡулдар һыҙырылғансы ышҡып йыуып, керҙе ағартырға тырыша инем. Йәй етһә, бесән ваҡытын көтөп ала инек, тырма менән күбә тарттырыусылар артынан бесән йыябыҙ. Ә ҡаҙанда бешкән итле, майлы һурпа ашағандан һуң бар арыуҙар онотола. Өләсәйҙәргә, оло апайҙарға эйәреп урман ҡыҙырып, еләк-емеш йыйыуҙар ни тора! Беҙҙе бер кем дә көсләп эшләтмәне был эштәрҙе, үҙебеҙ теләп алған күңелле бала саҡ булды.
Мәктәптә уҡыған йылдар бигерәк күңелдә уйылып ҡалған, сөнки балалар колхоз тормошонда әүҙем ҡатнашты. Сөгөлдөр эшләү бер кемде лә ҡурҡытманы, етмәһә, бар эш тә ҡул көсө менән эшләнде. Бәрәңге йыйырға йөрөүҙәр ҙә күңелле була торғайны. Унда күмерҙә бешерелгән бәрәңгенең тәмен әле лә тоям кеүек. Һәр бала үҙ эшен яуаплылыҡ менән башҡарҙы. Эш тә, ял да бергә булды. Класс йыйыштырыу, мәктәп баҡсаһында сәскә, йәшелсә-емеш үҫтереү – былар барыһы ла хеҙмәт тәрбиәһенең матур өлгөһө ине. Минең быуын балалары физик тәрбиәне ныҡ алды, шуға күрә ҡулдар, мускулдар ҡатҡыл булды, сиргә лә бирешмәне. Үҙем, уҡытыусы булараҡ, балалар менән шул уҡ эштәрҙе бергә эшләнек, бер кем ситтә ҡалманы. Уҡыусылар хеҙмәт дәресен көтөп алалар ине. Ҡыҙҙар сигеү сигергә, аш-һыу оҫталыҡтарына өйрәнде, ә егеттәр ағас эштәре менән булышты.
Әйтер һүҙем шул: хәҙерге быуын балалары телефон менән уйнай, йоҡлай, дәресте телефон менән әҙерләй, бала бер нимә лә эшләмәй, атай-әсәй зарлана.
Әлбиттә, бында бала ғәйепле түгел, ә бөгөнгө система. Мәктәптә хеҙмәт дәресе лә булмағас, нимә тураһында һүҙ булырға мөмкин? Уйланырға урын бар!
Әлиә РӘХИМОВА.
Яңы Ҡыйышҡы ауылы.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас