Даирә
+24 °С
Ямғыр

Уҡыусыларға премия бирелде

Эйе, бөгөн кемдер ҡыңғыраулы мәктәп йылдарын һағынып иҫкә алһа, Түбәнге Төкөн мәктәбен тамамлаусы Айназ Хөсәйенов, Зарина һәм Радмир Үтәковтар өсөн ҡыңғырау тауышы һуңғы тапҡыр яңғыраны.

Уҡыусыларға премия бирелдеУҡыусыларға премия бирелде
Уҡыусыларға премия бирелде

Тулҡынландырғыс та, тантаналы ла сараға уҡытыусылар һәм уҡыусыларҙан тыш ауыл кешеләре лә, ситтән ҡунаҡтар ҙа килгәйне. Мәктәп директоры Эльвира Үтәкова, Ҡамышлы ауыл хакимиәте башлығы Илгиз Бикҡужин, район хакимиәте вәкиле Артур Ғәзизов, журналист, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Эльза Саттарова тантана сәбәпселәренә үҙҙәренең бүләктәрен тапшырып, иң изге теләктәрен еткерҙеләр. Алда торған ҙур һынау – дәүләт имтихандарын уңышлы тапшырып, һәр кем үҙе һайлаған һөнәр буйынса уҡыуҙарын дауам итеүҙәрен теләнеләр, уларға белем һәм тәрбиә биргән мәктәпте онотмайынса һәм ата-әсәләренең йөҙҙәренә бер ҡасан да ҡыҙыллыҡ килтермәйенсә, илебеҙҙең лайыҡлы граждандары булыуҙарына ышаныс белдерҙеләр.
Ә инде Эльза Абдулхаҡ ҡыҙы матур йолаға әүерелгән изге башланғысын да онотманы – үҙенең атаһы, уҡытыусы-фронтовик, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугире Абдулхаҡ Закир улы Бикҡужин исемендәге премияны иң яҡшы һәм әүҙем уҡыусыларға тапшырҙы. Быйыл был наградаға 8-се класты тамамлаусы Гүзәл Үтәкова һәм сығарылыш класынан Айназ Хөсәйенов лайыҡ булды. Класс етәксеһе, йәш уҡытыусы Фидан Мөхәмәтйәновтың телмәре лә бик тулҡынландырғыс һәм фәһемле булды.
- Мин һеҙгә бик рәхмәтлемен, сөнки һеҙҙең менән мин дә үҫештем, тәжрибә тупланым. Һәр берегеҙ минең өсөн яҡын һәм ҡәҙерле. Үҙ көсөгөҙҙә бер ҡасан да икеләнмәйенсә, киләсәккә ышаныслы аҙымдар менән барығыҙ, ниндәй генә хәлдәр булһа ла, ысын кеше булып ҡалығыҙ, - тине Фидан Рәфис улы.
Байрамға йәм өҫтәп, быйыл 1-се класҡа уҡырға киләсәк Гөлназ һәм Самира Намаҙғоловалар, Илнар Әлмөхәмәтов өлкән дуҫтарына үҙҙәренең теләктәрен еткерҙе.
... Күңелдәрҙе елкендереп, дәртле йырҙар ҙа, күҙ йәштәре сығарырҙай моңһоу шиғырҙар ҙа яңғыраны был көндә. Ә шулай ҙа иң тулҡынландырғыс мәл - һуңғы ҡыңғырау тауышы булғандыр, моғайын. Туғыҙ йыл дауамында уларға дәрт һәм илһам биргән был сихри моң сығарылыш уҡыусыларын һуңғы дәрескә әйҙәне. Был юлы ул кемгәлер тағы ла моңлораҡ, тағы ла серлерәк тойолһа, бер ҙә аптырайһы юҡ, сөнки алда яҡты киләсәк, яңы маҡсаттар көтә. Аҡ юл һеҙгә, егеттәр һәм ҡыҙҙар!
Алмаз Закиров.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас