Даирә
+24 °С
Ямғыр

Башгидрометүҙәк: «Республикаға йәйге йылы килә»

Башгидрометүҙәктән хәбәр итеүҙәренсә, майҙың һалҡынса икенсе декадаһынан һуң республикаға йәйге йылы килә.

Башгидрометүҙәк: «Республикаға йәйге йылы килә»Башгидрометүҙәк: «Республикаға йәйге йылы килә»
Башгидрометүҙәк: «Республикаға йәйге йылы килә»

«Майҙың өсөнсө ун көнлөгөндә уртаса һауа температураһының норманан 4-5° юғарыраҡ булыуы көтөлә. Был аҙнала көньяҡ киңлектәрҙән һауа массаларының таралыуына бәйле һауа температураһы төндә +9, +14°, таулы райондарҙа +3, +8°, көндөҙ +24, +29° тиклем күтәрелә»,  — тип белдерҙе синоптиктар.

Атмосфера баҫымы юғары булғанда яуым-төшөм көтөлмәй. Бындай һауа шарттары йәнә янғын хәүефе шарттарын ҡатмарлаштыра.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-05-23/bashgidromettsentr-v-respubliku-prihodit-letnee-teplo-3268277

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас