+24 °С
Ямғыр


Аҙ ғына тоҙ ҡабып ҡуйыуҙың да үҙ шифаһы бар. Ул һыуһауҙы баҫа, тамаҡ ауыртҡанда файҙалы, теш, айырыуса урттар һыҙлауын баҫа.
Оло йәштәгеләрҙең мунсанан һуң гел тоҙ ҡабып ҡуйыуын хәтерләйһегеҙҙер, моғайын. Баҡтиһәң, юғары температурала, мәҫәлән, мунсала тән ҡыҙа һәм кәүҙәлә иң һалҡынса урын ауыҙ ҡыуышлығын һанала. Һөҙөмтәлә бактерия-вирустар тап шунда йыйыла икән. Тоҙ иһә, тәбиғи хлорлы натрий булараҡ, уларҙан ҡотолоуҙан яҡшы сара.
Фото: fb.ru