+28 °С
Болотло


Сарала байрам менән ҡотлап сығыш яһаусылар күп булды. Мәктәп уҡыусыларының һәм ауылыбыҙҙың һәүәҫкәр артистарының концерты бик матур булды.
Ләкин, байрамдың иң тулҡынландырғыс һәм мөһим өлөшө - ауылдашыбыҙ Рәмзит Сәғит улы Ғәлиәкбәров етәкләгән эҙәрмәндәр отрядының Ленинград өлкәһендәге һуғыш яланынан алып ҡайтҡан тупраҡты (капсуланы) тантаналы рәүештә мәктәп музейына тапшырыуы булды. Ауыл халҡы илебеҙгә тыныслыҡ теләп, киләһе йылдың Еңеү байрамын да күрергә яҙһын тип таралышты.
Хәтмулла Бикташев.
Үтәгән ауылы.