

Күлләр ауылында йәшәүсе Римма Сөләймәнова ла ауылдаштарының күңелен күреү өсөн һәр ваҡыт нимәлер уйлап сығарып, шуларҙы бойомға ашырып тора. Бына бөгөн дә ул уҡыусы балалар Аделя һәм Элина Нурышевалар, Самира Джабарова, Илфат Сөләймәновтар менән ауылдың иң өлкән кешеләренә – һуғыш осоро балаларына сәк-сәк, георгиев таҫмаһын, кескәй флагтар, шарҙар, значоктар, наклейкалар әҙерләп, өйҙәренә алып барып тапшырҙы.
Инәйҙәр Тайба Әбсәләмова, Хәниә Хәсәнова, Ләлә Рәхимҡолова, Рәсимә Ниғмәтуллина, Сара Хәсәнова, Гөлгөнә Хәлитовалар, Флорис Сафин уларҙың килеүенә ҡәнәғәт булып, рәхмәттәрен, изге теләктәрен әйтеп ҡалды.
Быйылғы файҙалы эштәр йылында Римма кеүек изге ғәмәлдәре менән донъяны йәмләүсе кешеләр тағы ла күберәк булһын ине.
Гөлсәсәк Аласова.