Даирә
+3 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
9 мая - День Победы
9 Май 2023, 17:28

Еңеү көнө йәшәй йөрәктәрҙә!

Бына бөгөн дә район үҙәгендә Еңеү көнө тантанаһы 78-се тапҡыр шаулап-гөрләп үтеп китте. Һәр кем был көндө тулҡынланып көтөп алалыр, моғайын. Кемдер һөйөклө атаһын, кемдер олатаһын, ә ҡайһы берәүҙәр ишетеп кенә белгән ҡарт олатайҙарын күҙ алдына килтереп, уның өсөн ғорурланыу тойғолары кисергәндер.

Еңеү көнө йәшәй йөрәктәрҙә!
Еңеү көнө йәшәй йөрәктәрҙә!

Иртә менән Ленин исемендәге майҙанда район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров байрамға теҙелгән колонналарҙы сәләмләп һәм ҡотлап үткөндөн һуң  Ҡырмыҫҡалы һәм Архангел райондары хәрби комиссары Ринат Ғималов уға Парад иҫәбен һәм рапортты тапшырҙы. Тантаналы музыка аҫтында парадты иң элек байраҡ йөрөтөүселәр төркөмө башлап ебәрҙе. Улар артынан теҙелгән колоннала төрлө хәрби кейемдәрҙә ҡалған мәктәптәр уҡыусылары һәм хеҙмәт коллективтары атлай. Район халҡы шулай уҡ парадта байрамса итеп биҙәлгән машиналарҙа һалдат кейемдәрендәге гармундар уйнап, йырлап ултырған үҙешмәкәр сәнғәт ҡатнашыусыларын күрә алды.  Солтанғәлиев урамында йәшәүселәр үтеп барыусыларҙы тәҙрәләренән ҡул болғап сәләмләп ҡалды. Ҡыҫҡаһы, тантаналы парад һәр кемгә байрам кәйефе бүләк итеп, күңелдәргә шатлыҡ өләште.

Байрам артабан Еңеү паркында дауам итте. Паркта тыл һәм хеҙмәт эшсәндәре, һуғыш осоро балалары, тол ҡалған ҡатындарға айырым урын бирелде. Мәңгелек утҡа сәскәләр һалғандан һуң ҡотлау телмәрен муниципаль район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров дауам итте.

– Ҡәҙерле ветерандар, хөрмәтле ҡырмыҫҡалылар! Бөгөн илебеҙ бөйөк байрам – Еңеү көнөн билдәләй. Беҙҙең атай-олатайҙарыбыҙ Еңеү өсөн бар көсөн һалған, үҙен аямай, фашистарға ҡаршы көрәшкән. Уларҙың ҡыйыулыҡтары тарихта рух һәм ихтыяр көсө булараҡ яҙылып ҡалған. Улар барыһы ла үлемһеҙ ҡаһарманлыҡ күрһәткән. Беҙ улар алдында баш эйәбеҙ.

Бөгөн районыбыҙ мәктәптәренән эҙәрмәндәр отрядтары эҙләнеү эштәрен дауам итә. Күптән түгел эҙәрмәндәр  “Хәтер вахтаһы” экспедицияһында 8 ҡыҙылармеецтың һөлдәләрен алып ҡайтҡан,  улар ошо көндәрҙә тыуған төйәктәрендә ерләнәсәк.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, илебеҙ әле лә ауыр осор кисерә. Тиҫтә йылдар үткәндән һуң Еңеү һалдаттарының ейәндәре, бүләләре Украина биләмәһендә нацимзға ҡаршы хәрби бурысын үтәй. Махсус хәрби операцияла беҙҙең яҡташтарыбыҙ ҙа ҡатнаша. Беҙ уларҙың тиҙерәк еңеү яулап ҡайтыуҙарын теләйбеҙ, - тине ул. Уның сығышынан һуң Ҡырмыҫҡалы халҡы метроном һуғыуы аҫтында, аяҙ күк йөҙө, киләсәк өсөн көрәшкән батырҙарҙы бер минут тын ҡалып иҫкә алды.

Митингта районда йәшәүсе берҙән-бер тере шаһит - Бөйөк Ватан һуғышы уҙаманы Николай Астафьев та сығыш яһаны. Ветеран барыһын да Еңеү көнө менән ҡотлап, илебеҙгә тыныслыҡ теләне.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Константиновка ауылынан Вячеслав Семенов сығыш яһап, бар район халҡына теләктәшлектәре һәм ярҙам күрһәткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе. Һеҙҙең ебәргән күстәнәстәрегеҙ, хаттарығыҙ беҙҙең күңелдәрҙе йылыта. Беҙ мотлаҡ еңеү менән ҡайтасаҡбыҙ, – тип ышандырҙы.

Райондың хәрби комиссары Ринат Ғималов һәм Иҫке Бәпес мәктәбенең эҙәрмәндәр отряды етәксеһе Рамазан Шаймарҙанов та ҡотлауҙарға ҡушылды. Рамазан Раян улы тыуған яҡтың тупрағын Ленинград өлкәһендә ятып ҡалған Туғандар ҡәберлегенә алып барып һалған һәм шунда ятып ҡалған ата-бабаларыбыҙҙың ҡәберлектәренән алып ҡайтҡан бер ус тупраҡты тыуған тупраҡтарына ла алып ҡайтып һипте. Ошо тупраҡ менән уларҙың рухтары ла тыуған яҡҡа әйләнеп ҡайтты, тине ул.

Тантаналы митинг бөтә ҡатнашыусыларҙың “Мәңгелек ут”ҡа сәскәләр һалыуы һәм дөйөм фотоға төшөү менән тамамланды.

Ә “Аҡкүл” паркында сарала ҡатнашыусыларҙы райондың үҙешмәкәр сәнғәт коллективтары әҙерләгән бай һәм сағыу тамаша көтә ине. Байрам концерты башланғанға тиклем муниципаль район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров “Атайсал – Кесе Ватаным” проектын бойомға ашырыуға әүҙем ҡатнашҡан һәм ҙур өлөш индергән шәхси эшҡыуар Айҙар Әрҙәширов, “СтройТехСервис” йәмғиәте директоры Илшат Латипов, “Кармет” йәмғиәте директор Дамир Насиров, “Ниль и К” йәмғиәте директоры Нил Хәмитов, “Газпром Трансгаз Өфө” линия-производство идаралығының Ҡырмыҫҡалы автотранспорт цехы масеты Әхтәм Хәсәновтарға Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров ҡултамғаһы ҡуйылған Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Шулай уҡ был көндө бер төркөм эшҡыуарҙар“Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға гуманитар ярҙам ебәреүҙә үҙ өлөштәрен индергәндәре өсөн”  уның ҡулынан муниципаль райондың Рәхмәт хаттарын алды. Урал ауылынан улы махсус хәрби операцияла һәләк булған Рәйсә Багавееваға “Йәш быуында илһөйәрлек рухы тәрбиәләгәне өсөн” Рәхмәт хаты тапшырылды. Шулай уҡ “Хәтер вахтаһы” экспедицияһында ҡатнашыусы барлыҡ эҙәрмәндәр райондың Маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ булды.

Гөлнара Севастьяноваға “Эҙәрмәндәр хәрәкәте отличнигы”  миҙалы тапшырылһа, сәфәрҙе ойошторорға ярҙам иткән Ҡарлыман ауыл биләмәһе башлығы Азат Әхмәтйәнов Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге миҙал менән бүләкләнде.

Тамашасылар “Йондоҙ”, “Далан” бейеү ансамблдәренең сағыу бейеүҙәрен, “Дәрт” ансамбленең, Розалина һәм Салауат Әйүповтарҙың һәм Фәрит Яҡшығоловтың моңло йырҙарын һәм башҡа концерт номерҙарын рәхәтләнеп ҡарап, ял итте.

Байрамдан бер кем дә ҡайтырға ашыҡманы. Балалар төрлө спорт ярыштарында, мастер-кластарҙа ҡатнашты, батутта һикерҙе, тәмлекәстәр менән һыйланды. Теләге булғандар район үҙәк китапханаһы әҙерләгән фотозонала иҫтәлеккә фотоға төштө.

Гөлсәсәк Аласова.

Автор фотолары.

 

 

 

 

 

Автор: Гульчачак Алачева
Читайте нас