Даирә
+24 °С
Ямғыр

Ныҡлы һәм сыҙамлы быуын кешеһе

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлеге көндә районда бер генә һуғыш ветераны йәшәһә, Еңеүҙе фиҙаҡәр хеҙмәте менән яҡынайтҡан тыл эшсәндәре лә кәмегәндән-кәмей бара.Бүләкәй ауылында йәшәүсе 94 йәшлек Һаҙыя Халиҡова менән Еңеү байрамы алдынан осраҡлы танышырға тура килде. Өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан, бик теремек, үҙ йортонда яңғыҙы көн күргән инәй менән гәзит уҡыусыларҙы ла таныштырғыбыҙ килә. Насарыраҡ ишетһә лә, уның хәтере ифрат яҡшы булыуы һоҡландырҙы. Ул балалыҡ, йәшлек йылдарын барлап, ауыр һуғыш осорондағы михнәттәрҙе тиҙ генә иҫенә төшөрөп бәйән итте.

Ныҡлы һәм сыҙамлы быуын кешеһеНыҡлы һәм сыҙамлы быуын кешеһе
Ныҡлы һәм сыҙамлы быуын кешеһе
  • - Мин Дәүләкән районының Суйынсы ауылында тыуып үҫтем. Бала сағым ауыр һуғыш йылдарына тура килде. Тамағыбыҙ - ашҡа, өҫтөбөҙ кейемгә туйманы, аслы-туҡлы үҫтек. Урманға барһаҡ, унда ашарлыҡ үлән табыуы ла ауыр ине, ат ҡуҙғалағы, балтырған, ҡаҡы килеп сыҡһа, шатлана инек. Атайыбыҙ - һуғышта, Динә апайыбыҙ трудармияла. Ике бәләкәй ҡустымды аслыҡтан ҡотҡарыу өсөн кешеләрҙән хәйер һорашып алып ҡайтып туйындырҙым. Туғыҙ йәштән төрлө эштәргә егелергә тура килде. Сәсеү, утау, ураҡ эштәренән алып тракторға тиклем йөрөттөм. Бер ваҡыт ауылға Ленинградтан эвакуацияланған кешеләрҙе килтереп тултырҙылар. Улар бар булған аҙыҡты ашап бөтөп ҡайтып китте.
    Атайыбыҙҙың үлгән хәбәрен алғандан һуң әсәйебеҙҙең еңеләйеүе тормошобоҙға тағы ла ауырлыҡ өҫтәне. Өй эштәрен алып барыу, ҡустыларымды ҡарау тулыһынса минең елкәгә төштө. Бер йыл Оло Тәләккә урман киҫергә йөрөгәндән һуң ауылда фермала һыйыр һауа башланым. Үҫмер, йәшлек йылдарым фермала үтте, - тип хәтер йомғағын һүтте инәй.
    Беҙҙең яҡтарҙа нисек төпләндегеҙ, тигән һорауҙы биргәс, Һаҙыя Шакир ҡыҙы көлөп ебәрҙе.
    - Бүләкәй ауылына урау-урау юлдар аша килеп сыҡтыҡ. Фермала һыйыр һауып йөрөгән саҡ, яңғыҙым эштән ҡайтып киләм. Артыма боролоп ҡараһам, минең арттан тырантас егелгән атта өс егет килә. Былар минең тәңгәлгә килеп етеп туҡтанылар ҙа, мине көсләп ултыртып алып киттеләр. Өс егеткә нисек ҡаршы торайым, сәбәләнһәм дә көсөм етмәне.
    Шулай итеп, мине Ауырғазы районы Мостафа егете Хөснулла үҙенә кәләшлеккә урлап алып ҡайттты. Биш йыл осрашып йөрөгән егетем дә бар ине. Өйрәнеп китеүе ауыр булһа ла, күнергә тура килде. Бер нисә тапҡыр йәйәүләп ҡасып ҡайтып та ҡараным, артымдан кире килеп ала торғайны. Күрәһең, ныҡ яратҡан булғандыр (йылмая).
    Яҙмышҡа күнеп, матур итеп йәшәп киттек. Икебеҙ ҙә колхозда тырышып эшләп йөрөгәндә, ирем Бүләкәй ауылына күсенеп китергә ҡарар итте. Мин өйрәнгән эшемде дауам итеп, фермала һыйырҙар һауҙым. Ирем төрлө эштәр башҡарҙы: агроном да, бухгалтер ҙа, ферма мөдире лә, шофер ҙа, һатыусы ла булып эшләне. Бер ул үҫтерҙек, - тип дауам итте уҙаман.
    Ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тормош иптәше 52 йәшендә инфаркттан вафат булып ҡала. Берҙән-бер улдары Ғиндуллаға радиациялы урында хеҙмәт итергә тура килә. Сәләмәтлеге ҡаҡшау сәбәпле, өс бала тәрбиәләп, донъя көтөп ятҡан еренән ваҡытһыҙ донъя ҡуя. Һаҙыя инәй улының үлемен бик ауыр кисерә. Өҫтәүенә, килене лә балаларын ҡалдырып, ауырыуҙан ваҡытһыҙ гүр эйәһе була. Бына шулай ҡайғы артынан ҡайғы кисерергә тура килә һаҙыя Шакир ҡыҙына. Шулай ҙа, Аллаһы Тәғәлә ярҙамы менән ул береһенән-береһе кесе ҡалған ейән-ейәнсәрҙәрен аяҡҡа баҫтырырға үҙендә көс таба. Улар бер нимәгә лә мохтажлыҡ кисермәһендәр өсөн бар көсөн һалып тырыша.
    Беҙ барып ингәндә лә, Һаҙыя инәй күршеһе менән улының ғаиләһе менән төшкән фотоһүрәтенә ҡарап, моңһоуланып ултыра ине.
    - Әле бына һеҙ инер алдынан ғына Ғиндулламды һағынып илап та алдым. Иҫкә алмаған бер көнөм дә юҡ. Миңә биргән ғүмерҙе Хоҙай уға бирһә ни булған, - тине күҙ йәштәрен һөртөп инәй.
    Инәйҙең бар йыуанысы – ейәнсәрҙәре Лилиә менән Гүзәл, ейәне Фидан. Улар барыһы ла ғаиләләре менән донъя көтә. Лилиә - Яҡтыкүлдә,  Фидан - Орловкала, Гүзәл - Өфөлә. Улар өләсәйҙәре эргәһенә гел ҡайтып, ярҙамлашып йөрөйҙәр. Күршеләре Һаҙыя инәйҙең хәлен белеп, йомошон үтәп торалар. Һаҙыя инәй үҙе лә әлегә бирешерлек түгел, яҡындарына йөн ойоҡтар бәйләп, изге теләктәр теләп, намаҙ уҡып ултыра. Өй эсе тулы төрлө гөлдәр үҫтерә, ашарына ла үҙе бешерә.
    Һуғыш осоро балаһының ныҡлығына, сыҙамлығына һәм сабырлығына һоҡланып, инәйгә тағы оҙаҡ йылдар һаулыҡта-сәләмәтлектә йәшәүен теләнем. Һаҙыя инәй, үҙе лә тағы ла килегеҙ, алдан әйтһәгеҙ, килеүегеҙгә тәмлекәстәр бешереп торормон, тип оҙатып ҡалды.
    Гөлсәсәк Аласова.
    Автор фотоһы.
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас