+24 °С
Ямғыр


Яҡташтарҙан йылы һүҙҙәр яҙылған хаттар һәм посылкалар һәр хәрбиҙең күңелен йылыта, хәрби рухтарын нығыта. Был мөһим һәм кәрәкле эш.
Осрашыу егеттәр өсөн тулҡынландырғыс һәм иҫтәлекле булды. Бындай осрашыуҙар балаларҙа Тыуған ил өсөн ғорурлыҡ тойғоһон тәрбиәләй. Уҡыусылар ысын батырҙарҙың эргәлә генә йәшәгәнлеген белде, батырлыҡ, ҡаһарманлыҡ, Тыуған илгә һөйөү - былар ысын кешенең сифаттары.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы егеттәр мәктәптең тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейында ла булды, унда экспозицияларҙы һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға бағышланған яңы стендты ла ҡараны.