

Был сараның маҡсаты – экология мәсьәләләренә иғтибар йүнәлтеү, ауыл-ҡасабалар биләмәһен йәшелләндереү.
Был көндө тирә-яҡ мөхиткә битараф булмаған һәр кем эш уртаһында ҡайнаны: хеҙмәт коллективтары, мәктәп уҡыусылары, студенттар, ирекмәндәр, етәкселәр булды. Рәсми сайттарҙа, социаль селтәрҙәрҙә акциялар үтә торған урындар күрһәтелгән мәғлүмәт ҡуйылды. Уларҙа, тәбиғи, теләгән бер кеше ҡатнаша алды.
- Бөгөн район үҙәгендәге Рубежная урамы буйлап ҡына 5 мең ҡарағай һәм шыршы үҫентеләре ултыртылды. Был эшкә йәмғеһе 200-ҙән ашыу кеше йәлеп ителде. Быйыл яҙ иртә килеү сәбәпле, көндәр ныҡлап йылытҡанға тиклем, ағас үҫентеләрен ултыртып ҡалырға кәрәк, - тине Ҡырмыҫҡалы ауыл биләмәһе башлығы Айрат Хоҙайҙатов.
Нисә йыл рәттән инде "Йәшел Башҡортостан" экологик сара ғына түгел, барлыҡ кешене берләштергән байрамға әүерелеп китте. Күмәк көс менән ултыртылған ҡарағай һәм шыршылар оҙаҡламай бар тирә-яҡҡа йәм биреп ултырыр.
Ынйы Бикҡужина.