Даирә
+21 °С
Болотло
9 мая - День Победы
8 Апрель 2023, 11:22

"Шайморатов уҡыуҙары" фәнни-ғәмәли конференцияһын МХО-ла ҡатнашыусы яугир асты

Бөгөн Ҡырмыҫҡалы ауылы гимназияһында тәүге тапҡыр "Шайморатов уҡыуҙары" район-ара фәнни-ғәмәли конференцияһы үтте. Унда Архангел, Ғафури һәм Ауырғазы райондары уҡыусылары ҡатнашты.

Ҡырмыҫҡалы ауылы гимназияһында "Шайморатов уҡыуҙары"  фәнни-ғәмәли конференцияһы үттеҠырмыҫҡалы ауылы гимназияһында "Шайморатов уҡыуҙары"  фәнни-ғәмәли конференцияһы үтте
Ҡырмыҫҡалы ауылы гимназияһында "Шайморатов уҡыуҙары" фәнни-ғәмәли конференцияһы үтте

Конкурстың маҡсаты – йәш быуында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының командиры, Рәсәй Федерацияһы Геройы генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов тураһында күберәк мәғлүмәт белеү һәм Бөйөк Ватан һуғышы геройҙары өлгөһөндә рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрҙе, илһөйәрлек тойғоһон нығытыу.

 

Уны асыу тантанаһында район мәғариф бүлеге методисы Гүзәл Сыңғыҙова, гимназия директоры Фәнис Мөхәмәтйәнов, генарал-майорҙың туғаны, тыуған яҡты өйрәнеүсе Резеда Әхтәмова һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Азат Ғирфанов уҡыусыларға тарихты белергә ынтылыуҙары өсөн рәхмәт белдерҙе һәм еңеүҙәрен теләне.

Шайморатов класы уҡыусылары легендар йыр һәм бейеү менән сығыш яһап, бәйгелә ҡатнашырға килеүселәргә дәрт һәм патриотик рух өҫтәне. 1-4 класс һәм 5-11 класс уҡыусылары секцияларға бүленеп, жюри ағзалары алдында үҙ эштәрен яҡланы. Һәр ҡатнашыусы үҙенең эшен тәрәндән өйрәнергә тырышҡан һәм ышаныслы итеп жюриға еткерергә тырышты.

Көсөргәнешле бәйгелә иң яҡшы эштәр һайланып, еңеүселәр билдәләнде. 1, 2,3-сө урындар менән бүләкләнеүселәрҙе район хакимиәте башлығының социаль эштәр буйынса урынбаҫары Гөлнара Иҫәнбаева Дипломдар менән бүләкләне.

Был бәйгелә ҡыҙым Сафина Бикҡужина ла ҡатнашып, 2-се урын алыуға өлгәште. Уның етәксеһе Әлфиә Йосоповаға ҙур рәхмәт еткерәбеҙ. Киләсәктә лә ошондай фәнни-ғәмәли конференциялар уҙғарылып торһон һәм балаларыбыҙ тарихты, үткәндәрҙе онотмаһындар ине.

Гөлсәсәк Аласова.

Автор фотолары.

 

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас