- Ринат Нуретдин улы, быйыл яҙғы саҡырылыш нисек ойошторолоуы тураһында һөйләп үтһәгеҙ ине?
- Махсус хәрби операция үткәреү менән бәйле уҙған йыл ауыр булды. 2022 йылда ике йөҙгә яҡын егет хәрби хеҙмәткә саҡырыу буйынса китте. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, уларҙың береһе лә махсус хәрби операция зонаһына эләкмәне. Хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар дүрт ай хеҙмәт иткәндән һуң РФ Оборона министрлығы менән контракт төҙөй ала. Балаларҙың махсус хәрби операцияға эләкмәүе тураһында уларҙың ата-әсәләре менән һөйләшеп инанырға мөмкин. Уларҙан бер ялыу ҙа килмәне.
- Хәрби хеҙмәткә саҡырыу тәртибендә нимәлер үҙгәрҙеме?
- Хәҙерге ваҡытта хәрби хеҙмәткә саҡырыуҙың ғәҙәти тәртибе ғәмәлдә. Хәрби хеҙмәткә 18-27 йәшлек Рәсәй граждандары алына. Хеҙмәт итеү ваҡыты 12 ай тәшкил итә. Хеҙмәткә алыныусы барлыҡ егеттәр ҙә мотлаҡ рәүештә медицина комиссияһы үтәләр.
Комиссияны район хакимиәте башлығы һәм район үҙәк дауаханаһының баш табибы билдәләгән әҙерлекле табиптар үткәрә. Уларҙың төп бурысы – сәләмәт булмаған ир-аттарҙы хеҙмәткә индермәү. Хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар өсөн медицина тикшереүе бушлай. Уҡыу йорттарында белем алыусыларға уҡыуҙарын тамамларға мөмкинлек биреләсәк. Улар диплом алғандан һуң хеҙмәткә саҡырыласаҡ.
- Бөгөн йәштәр хәрби һөнәрҙәрҙе йышыраҡ һайлай һәм тейешле училищеларға һәм университеттарға уҡырға инәләр...
- Беҙҙең районда шундай изге йола бар: Рәсәй Геройы, генерал Миңлеғәли Шайморатовтың яҡташтары хәрби белем биреү учреждениеларына уҡырға инә. Мәҫәлән, уҙған йылда Руслан Маннанов Ҡазан юғары дөйөм команда училищеһына уҡырға инде.
Ағымдағы йылда хәрби белем биреү учреждениеларына ҡабул итеү 1,5 тапҡырға арттырылды. Мәктәптән һуң ғына түгел, ә саҡырылыш буйынса хеҙмәт иткәндән һуң да уҡырға инергә мөмкин. Шул уҡ ваҡытта хеҙмәт иткән йәштәр шунда уҡ, ә мәктәпте тамамлаусылар икенсе курстан ғына контракт төҙөйҙәр. Шуны әйтергә кәрәк: ҡыҙҙар ҙа элемтәсе, табип, психолог була ала. Хәрби белем биреү учреждениеларында уҡыусылар хәрби һәм гражданлыҡ һөнәрҙәре генә алып сыҡмайҙар, улар тулыһынса дәүләт тәьминәтендә. Теләге булған һәр кем хәрби комиссариатҡа мөрәжәғәт итә ала.
- Бөгөн хәрби хеҙмәткә саҡырылыусыларҙың йәше артыу тураһында күп һөйләйҙәр. Шул турала аңлатып китһәгеҙ ине.
- 2022 йылдың декабрь аҙағында илдең Оборона министры Сергей Шойгу хеҙмәткә саҡырылыусыларҙың йәшен этаплап арттырырға тәҡдим итте. Саҡырыу йәше – 18 йәштән 21 йәшкә тиклем, 27 йәштән 30 йәшкә тиклем булғандарға ла повестка бирәләр. Шул уҡ ваҡытта 18 йәшлектәр өсөн хеҙмәт мәжбүри булмаясаҡ, улар уҡырға инергәме йәки армияға барырғамы, үҙҙәре һайлаясаҡ.
Ә бына 21 йәштән армияға барыһына ла барырға тура киләсәк. Мәҫәлән, 2024 йылда мәжбүри хеҙмәткә – 19 йәштән, 2025 йылда – 20 йәштән, 2026 йылдан 21 йәштән саҡырыласаҡтар. Закон ҡабул ителгән осраҡта планканы юғары күтәрәсәктәр: 2024 йылдан 30 йәшкә тиклемге ир-егеттәрҙе саҡырыласаҡ.
- Ринат Нуретдин улы, контракт хеҙмәте тураһында тулыраҡ аңлатып китһәгеҙ ине. Хәҙер контракт буйынса ҡабул итеү шарттары ниндәй?
- Контракт буйынса хеҙмәт итергә теләгән патриоттар РФ Ҡораллы Көстәре сафына инә һәм 50 йәшкә тиклемге граждандар контракт төҙөй ала. 50 йәштән өлкәнерәк граждандарҙы волонтер итеп алабыҙ. Улар 6 айҙан 11 айға тиклем, ә 50 йәшкә тиклемге контрактсылар 6 айҙан 3 йылға тиклем контракт төҙөй ала. Контракт төҙөү өсөн төп критерий – теләк булыу һәм сәләмәтлек торошо буйынса яраҡлыҡ.
Әлбиттә, беренсе сиратта саҡырылыш буйынса хеҙмәт иткәндәр ҡарала. Ләкин хеҙмәт итмәгәндәрҙең дә кәрәкле белгеслек булғанда контракт төҙөү мөмкинлеге бар. Армия – ҙур механизм. Эшселәрҙе тәьмин итеү, ремонтлау менән шөғөлләнеүсе хеҙмәттәр ҙә бар.
Уҙған йыл өлөшләтә мобилизацияланыусылар һәм Ватаныбыҙҙы лайыҡлы яҡлаусы ирекмәндәр менән бер рәттән йөҙләгән ҡырмыҫҡалылар контракт төҙөп, махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт итә. Мәҫәлән, Иҫке Бәпес ауылынан вертолетсы Әнүр Хәлитов
Афғанстандағы хәрби хәрәкәттәр ветераны, легендар яҡташыбыҙ Шайморатов исемен йөрөткән вертолет менән идара итә. Күптән түгел ул Рәсәйҙең иң почетлы хәрби бүләктәрҙең береһе – Георгий тәреһе менән бүләкләнде. Ҡарлыман ауылынан Илһам Ғәҙелшин – 50 йәштән өлкәнерәктәр араһында үҙ теләге менән хеҙмәткә алыныусы. Ул Афғанстанда хеҙмәт иткән. “Барс” отрядында хеҙмәт үткәндән һуң, контракт төҙөргә ҡарар итте. Әлеге ваҡытта РФ Ҡораллы Көстәр сафтарында нацистарға ҡаршы көрәшә.
- Контракт буйынса хеҙмәтте һайлағандар нимәгә өмөт итә ала?
- Контракт буйынса хеҙмәт итеү – аҡсалата тәьмин итеү, шулай уҡ социаль ташламалар һәм гарантиялар менән файҙаланыу. Социаль ярҙам саралары араһында кейем менән тәьмин итеү, бушлай туҡланыу, хәрби-медицина учреждениеларында бушлай тикшеренеү, дауалау һәм реабилитациялау, хеҙмәт буйынса торлаҡ алыу йәки Рәсәй Оборона министрлығы иҫәбенә үҙҙәренә торлаҡ һатып алыу мөмкинлеге һ.б.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн өҫтәмә ташламалар бар. Ул айына 200 мең һум тәшкил итә. Бынан тыш, әүҙем һөжүм итеү ғәмәлдәрендә ҡатнашҡан өсөн көн һайын 8 мең һум, штурм отрядтары составында алға киткән һәр километр өсөн – 50 мең һум, дошман ҡоралдарын һәм хәрби техникаһын юҡ иткән йәки ҡулға алған өсөн 50 меңдән 1 миллион һумға тиклем түләүҙәр ҡаралған.
Ватаныбыҙ, балаларыбыҙ һәм ейәндәребеҙ яҙмышына битараф булмаған һәр кемде хәрби комиссариатта көтәбеҙ. Бында һеҙ теләһә ниндәй һорау буйынса консультация ала алаһығыҙ.
- Ринат Нуретдин улы, әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт.
Әлфиә ӘХМӘҘУЛЛИНА әңгәмәләште.