Даирә
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
9 мая - День Победы
4 Март 2023, 16:21

Ялға ҡайтыусы яугирҙар Шайморатов һәйкәленә килде

Бөгөн иртә менән махсус хәрби операциянан ялға ҡайтыусы бер төркөм яҡташыбыҙҙы ҡаршыланыҡ. Улар Өфөгә "Башавтотранс" автобусында килеп төштө.    

Ялға ҡайтыусы яугирҙар Шайморатов һәйкәленә килде
Ялға ҡайтыусы яугирҙар Шайморатов һәйкәленә килде

Яҡташ ир-егеттәр ҡыҫҡа ялда өйҙәрендә буласаҡ. Әйткәндәй, яугирҙарҙы БР Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса Донбасстан “Башавтотранс” автобусы йөрөтә (алып ҡайта, алып бара).

Мобилизацияланыусыларҙы республика етәксеһенең сәләмен әйтеп, Башлыҡтың хәрбиҙәр менән бәйләнеш буйынса кәңәшсеһе Алик Камалетдинов ҡаршыланы.

Ял итегеҙ, көс йыйығыҙ, һеҙ быға лайыҡлы, - тине ул.

Яугирҙар Совет майҙанындағы Шайморатов һәйкәленә килеп, сәскә һалды.

Әйткәндәй, ялға ҡайтыусылар республикала яңы батальондар төҙөлөүен хупланы. Уларҙың фекеренсә, был ваҡытлы һәм кәрәкле эш.

Фото: "Башинформ".

 
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: