Даирә
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
9 мая - День Победы
4 Март 2023, 16:46

РАУЗАХАЛ ХИКӘЙӘ

Баҫҡыстан күтәрелә башлағанда уҡ өсөнсө ҡаттағы дәррәү көлөү ҡолағыма салынды. Яҡынайған һайын был ауаздар көсәйә барып, төрлө тауыштар айырым-асыҡ ишетелде. Аяғымды саҡ һөйрәп менеп килһәм дә, ирекһеҙҙән йылмаям. Унда, аш бүлмәһендә бик тә күңелле икәнлеген белгәндән, кемдең ҡатындарҙы улай көлдөргәнен дә аңлағандан күңелем күтәрелә. Раузахал! Кем булһын башҡа? Ул ғына шулай ҡыҙыҡтары менән тәү күргән кешене лә, илап торған әҙәмде лә көлдөрә, көлдөрөү генә түгел һынын ҡатыра ала.Аш бүлмәһе тәңгәленән үтешләй башымды һоноп эскә һүҙ ырғытып китәм:— Осоп китмәгеҙ!Сәсәп көлөшкән ҡатын-ҡыҙ “ин” тип миңә ҡул иҙәй, үҙҙәре һаман быуылышып хахылдай.— А-ай, Роза!— Үлтерәһең инде! Ну, Роза!    

РАУЗАХАЛ                                  ХИКӘЙӘ
РАУЗАХАЛ ХИКӘЙӘ
Баҫҡыстан күтәрелә башлағанда уҡ өсөнсө ҡаттағы дәррәү көлөү ҡолағыма салынды. Яҡынайған һайын был ауаздар көсәйә барып, төрлө тауыштар айырым-асыҡ ишетелде. Аяғымды саҡ һөйрәп менеп килһәм дә, ирекһеҙҙән йылмаям. Унда, аш бүлмәһендә бик тә күңелле икәнлеген белгәндән, кемдең ҡатындарҙы улай көлдөргәнен дә аңлағандан күңелем күтәрелә. Раузахал! Кем булһын башҡа? Ул ғына шулай ҡыҙыҡтары менән тәү күргән кешене лә, илап торған әҙәмде лә көлдөрә, көлдөрөү генә түгел һынын ҡатыра ала.
Аш бүлмәһе тәңгәленән үтешләй башымды һоноп эскә һүҙ ырғытып китәм:
— Осоп китмәгеҙ!
Сәсәп көлөшкән ҡатын-ҡыҙ “ин” тип миңә ҡул иҙәй, үҙҙәре һаман быуылышып хахылдай.
— А-ай, Роза!
— Үлтерәһең инде! Ну, Роза!
Уртала балаунигын күтәреп нимәнелер эләкләп күрһәтеп йөрөгән Раузахал, мине күреп артымдан коридорға уҡ йүгереп сыға:
— Апай, миңә ин! Бер нәмә бешерәм.
Боролоп баш һелкәм. Көләм. Сөнки артабанғы һөйләгәндәрен аңламайым. Ул иһә мине аңлай тип уйлай, хәбәрен русса башлай ҙа, төркмәнсәгә күсә лә китә. Бары бармаҡ остарын үбеп-ялап күрһәткәненән генә бик тәмле аҙыҡ икәнлеген төшөнәм.
Мәскәү аҫтындағы был ҡалала командировкаламын. Ике айлыҡ сәфәремдең ике аҙнаһы ла үтмәгән әле, ә шундай арытҡан. Хәрби архивта ултырам көндәр буйы, ижадҡа кәрәкле мәғлүмәттәр эҙләйем, яҙмалар алып барам. Ҡыҫҡаһы, былары уҡыусым өсөн артыҡ ҡыҙыҡ булмаған күңелһеҙ генә мәғлүмәт ул. Бары аңлайышлы булһын өсөн генә әйтәм.
Йәшәп тороуға урынды эргәләге ятаҡтан бирҙеләр. Элекке, ябылған бер завод торлағы икән. Шуны ҡунаҡхана кеүегерәк итеп үҙгәрткәндәр ҙә, артыҡ ҡиммәт булмаған хаҡҡа йәшәүселәр ҡабул итәләр. Минең иһә һайлау мөмкинлегем юҡ, хөкүмәт кешеһе, ниндәй мөйөш бирәләр шуға риза булдым.
Шау-шыулы булып сыҡты йәшәгән ерем. Бында эш эҙләп килгән йәки эшләп йөрөгән халыҡ, бигерәк тә ҡатын-ҡыҙ күп. Аҫта ашхана булһа ла, күптәр дөйөм аш бүлмәһендә үҙҙәре бешереүҙе хуп күрә. Шул арала танышып-һөйләшеп тә китәләрҙер. Һәр хәлдә барыһы ла бер-береһен белә, бер ауыл кешеләреләй булып ҡайнашып йөрөп яталар. Мәрйә төҫөндәге һарылы-аҡлы ҡыҙ-ҡырҡын ятаҡ алдында теҙелешеп ултырып тәмәке көйрәтә, буйлы халат-ыштандағы үзбәк ҡатындары туҡтауһыҙ йыуып-йышыу менән мәшғүл, минең кеүек тәүлегенә бер генә күренеп ҡала торған “командировочник”тар ҙа танылып тора.
Душ йыуынып алып сәс киптереүгә ултырғайным ғына ишек асылып та китте лә, Раузахалдың сөм-ҡара сәсле башы килеп тә инде.
— Туҡ-туҡ! Мин шаҡыным, һин ишетмәнең!
Тертләп боролоп ҡарауыма яуабы ла әҙер. Фен менән дыжылдап ултырып ишетмәгәнемде әйтә инде. Шуҡ йылмайып тора, уртала ҡушылған ҡыйғас ҡаштарын һикертеп-һикертеп ебәрә әле. Йәнәһе, ғәйебе юҡ, ә былай минең тәртиптәремде белә. Ишек шаҡып инергә саҡ өйрәтеп алдым үҙен. Юғиһә, шаҡымай-нитмәй аса ла ебәрә ине башта.
— Әйҙә, минең барыһы ла әҙер.
Шулай башлай ҙа, артабан тағы үҙенсә теҙә.
— Раузахал, ҡарале... Ашханаға ғына төшөргә ине.
— Ниңә? – бар кисерештәре йөҙ-битендә уйнап торған йоморо ҡатын кәүҙәһенә килешеп торған тулы беләкле ҡулдарын ике яҡҡа йәйеп ебәреп ризаһыҙлығын белдерә.
— Ураған һайын һиндә ҡунаҡ булып йөрөү килешмәҫ...
— Ниндәй ҡунаҡ ти? Ҡунаҡты беләһеңме нисек саҡырам мин?
Тағы ла шау хис-тойғонан торған оҙон телмәр ҙә, улай ҙа түгел был ҡатын мине терһәгемдән тотоп ишек яғына этәреп ебәреүгә лә аптырамай. Ҡыҫҡаһы, Раузахал килеп ингән икән, ул һине үҙе теләгәнсә эшләтмәй ҡуймай. Быны инде тамам төшөнгән мин, кибеп етмәгән сәсемде йомарлап беркетәм дә, саҡырыусының артынан эйәрәм.
Шыр ғына ла шәрбәт итеп нимәләрҙер бешергән. Хатта ҡулға тотоп ашауы ауыр, балы бармаҡтар буйлап ағып төшә. Буяла-буяла ике киҫәген ашап, үҙемсә яһап сәй эсәм. Раузахалдың сәйе тоҙло. Ул үҙ сәйен шөрпөлдәтеп, бешергән тәғәмен һоғоноп ҡына ултыра. Үлтереп ҡыҫтай килеп:
— Аша! Ҡап әле тағы бер киҫәк, - тип ҡулындағын һона. Алырға итһәм баш сайҡай, һоғондормаҡсы. Уй, шулайтып аптырата бит ул.
— Етте, башҡаса булмай.
— Ҡатын кеше тәмлене күп ашай. Унан үҙе лә тулы ғына, йомшаҡ ҡына була. Ҡатын бер урындыҡ булһын ул, һөйөп туйғыһыҙ булһын, тиҙәр беҙҙә, - тип һамаҡлай. Минең ябыҡ, бәләкәс булыуымды шелтәләп ултырыуы инде. Йәнәһе, мин тәм-том ашамағандан шулай.
Шулайтып ғарҡ иткәнсе һыйлап ташлай Раузахал. Минең уйламағанда табышып, яҡынайышып киткән әхирәтем. Тажикстандан килгән төркмән ҡыҙы. Бөгәренә төшөп торған толомло, һинд әртистәренке кеүек томора ҙур күҙле, оҙон керфекле, ҡыйғас ҡашлы. Был ҡаш һәм күҙҙәрҙе күргәндән, уларға бер күтәрелеп ҡарағандан һуң артабан биттең бер аҙ тулыраҡ булыуын да, танауҙың йоморораҡ икәнлеге лә, хатта ҡатындың үҙенең дә ярайһы киңлеген күрәмәйәсәкһең. Һимеҙ түгел ул, биле лә уйһыулы, янбаш-осалары уйпатлы, түштәре ҡалҡыу, әммә былар барыһы ла уңған ҡамырҙан әүәләп яһалған кеүек йомшаҡ һәм мул. Ә инде күҙ-ҡашы, бая әйткәнсә, ҡара ла онотолоп тор.
Бында килеп йәшәй башлап, коридорҙан телефонымдан башҡортса һөйләшеп килһәм, әлеге сибәр ҡатын осрап, артымдан боролоп-боролоп ҡарап ҡалды. Унан икенсе көн һүҙ ҙә ҡушты:
— Һеҙ кем ул?Ҡайҙан килдегеҙ?
Был шау-шыулы, бер үҙе лә ҡайнап, тауышланып, аш бүлмәһендә лә, йыуыныу бүлмәһендә йырлап йөрөгән ҡатынды мин дә аңғарғайным инде. Үҙенә лә һәр береһе хәбәр ҡуша, барыһы менән дә һөйләшә, нимәлер әйтеп көлдөрә, ҡушылып шарҡылдарға ла аптырамай.
— Башҡортостандан.
— Ә милләтегеҙ?
— Башҡорт.
Ҡатын башын ҡырын һалып уйланған булды ла:
— Белмәйем ундай милләтте, ә үҙем һөйләшкәнегеҙҙе аңлайым, - тине.
Мин дә яурындарымды ғына һикерттем дә китеп барҙым. Тик кискә ҡайтып инеүем булды, артымдан мине гөрөп ишек асылып та китте. Был ҡатын икән. Арҡама ишек бәреүҙән дә, туҡылдатыуһыҙ-ниһеҙ улай килеп инеүенән дә аптырап киттем.
— Аб-ба! Туҡылдаталар башта.
— Һин мосолман бит?
“Һин”ен йотоп ебәрҙем шулай ҙа.
— Әлбиттә.
— Күрше-тирәм гел урыҫтар, ялҡып киттем, - минең бүлмәне байҡап һауыт-һаба юҡлығын аңғарҙы ла өҫтәне, - әйҙә, миндә сәй эсәйек.
Артабан минең баш тартыуымды, был ҡатындан ҡотолорға теләп сәбәләнеүемде яҙып та тормайым, сөнки ун минуттан Раузахал мине елтерәтеп алып ҡайтып та киткәйне инде. Шулай башланды беҙҙең дуҫлыҡ.
Уның эш сменаһы һәм минең буш булыуым тура килгәндә, беҙ өс-дүрт көнгә бер кистәрен бергә үткәрҙек һәм бер-беребеҙҙең тормош юлын, яҙмышын тыңлап, һөйләшеп-серләшеп кинәндек. Раузахалды ун дүрт йәшенән ун һигеҙ йәшлек иренә йәрәшкәндәр икән дә, ун алты йәше тулыуға иренең ғаиләһе уға ҡалым түләп, күсереп алған. Ике-өс йылдан йәмәғәте Рәсәйгә эшкә сығып киткән. Бер нисә йылға бер ҡайтып киткән генә осрашыуҙарынан бер ҡыҙ һәм өс малай тапҡан. Үҙ еренең күп башҡа ҡатындары кеүек йәшәп ятыр ине лә, һуңғы биш-алты йылда ире бөтөнләй юҡҡа сыҡҡан. Хәләлен көткән-көткән дә эҙләп сыҡҡан. Тәбиғәте менән ҡыйыу һәм үткен бит ул. Ярай балаларын ҡарарға ата-иәнһе, ҡайны-ҡәйнәһе бар икән. Килеп тапҡан ирен. Уныһының бында ғаиләһе, йәш ҡатыны, ике балаһы бар булып сыҡҡан. Раузахалға ҡайтып китергә ҡушҡан. Тик был үтә ғәрләнеп һәм саяланып тороп ҡалған, ошонан бүлмә алған, баҙарға йәшелсә һатыуға урынлашҡан. Ҡала ҡатыны булып йәшәп ятыуына өс ай икән.
Уйлап ҡарағанда, был тупһыҙыраҡ баҙарсы бисә менән бер уртаҡлығым да юҡ кеүек. Әммә уның ниндәйҙер эскерһеҙ берҡатлылығы, яһалма булмаған хис-тойғолары, эсендәгеһен тышҡа сығара һалып барыуы, туралығы һәм тағы ла бихисап ҡыҙыҡ ҡылыҡтары арбай, әүрәтә ине. Үҙе лә миңә тартыла, ваҡытың бармы-юҡмы тип тормай, ҡайтҡанымды күрһә килә лә инә. Инә лә, ашатырға теләй икән ашата, һөйләштерергә теләй икән һөйләштерә, көлдөрөргә теләһә ҡолағансы көлдөрә. Уға ҡаршы торорлоҡ түгел.
Архивтан йөкләп алып ҡайтҡан иҫке гәзит күсермәләренә, бер кискә генә теләнселәп алған китаптарыма күҙ йүгертә лә, баш сайҡай:
— Мөғәлимә апай.
Мин көләм:
— Түгел.
— Кем улайһа?
— Кем тип әйтәйем икән? Китап яҙам...
— Һы. – ҡатын өҫтәлдәге ҡалын ғына китапты ҡулына ала, — ошондаймы ни?
— Әллә инде, нисек килеп сығыр. Бәлки, ошондайыраҡ та булыр.
Күҙҙәрен генә көлдөрә:
— Ҡулыңдағы телефоныңды яҡшылап аңламайһың, нисек китап яҙаһың ул?
Теле ҡыҙыл борос инде. Ә бер яҡтан дөрөҫ әйтә. Ҡатмарлы телефон алғайным, аңламай аптыранам. Кондиционерҙың пультын төшөнә алмай йөҙәнем нисә көн. Уларҙан башҡа ла Раузахал күҙ ситтәре менән көлөп күҙәткән сәйер ҡылыҡтарым аҙ түгел. Ә ул үҙе шундай сос, тапҡыр һәм осҡор ҡыҙ. Әлеге телефондарҙың, минең ноутбугымдың ниндәй генә мөмкинлектәрен белмәй! Үҙ яғында бындай әйберҙәр менән булышып өйрәнмәгән, ошонда нисә ай ғына белгәнен дә шулай һеңдергән. Унан ул шәп математик. Бергә магазинға сыҡһаҡ, тауарҙың хаҡын кассаға етмәҫ борон һанап сығарып килә. Нимәне лә ҡарап теп-теүәл итеп самалай ала. Тауар һатып алып ҡайта ла, күҙе менән генә үлсәп бесә лә ташлай. Һәм шул ҡырҡҡандары туп-тура килеп ултыра ла ҡуя! Әйткәндәй, телдәрҙе лә тиҙ ота. Ҡолағына салынған бөтөн төрлө төрки телдәрҙе лә аңлай. Ят телде бер-нисә тапҡыр ентекле генә тыңлаһам аңлай башлайым, ти үҙе лә. Телевизорҙан сит ил каналдарын ҡуям да, шуларҙы бер арауыҡ тыңлаһам, ни хаҡында һүҙ барғанын белә алам, ти. Шунлыҡтан минең тажикса ла, төркмәнсә лә, үзбәксә лә аңлай алмағаныма ышанып етмәй. “Улары хаҡында һүҙ ҙә юҡ, татарса аңламай ҡалам әле”, - тигәнемдән хайран ҡала. Ә үҙе хатта алыҫтараҡ торған кешеләрҙең ни һөйләгәнен ирендәренең ҡарап уҡый алам, тип ебәрә. Ысын булһа инде? Бына шундай кирәмәт ҡатынҡай ул минең яңы әхирәтем – Раузахал.
— Китабыңа минең турала ла яҙ, — тип һаман был минең менән булыша. Ун йәштән ашыуырыҡҡа олораҡ булһам да күҙемә тура ҡарап “һин” тине лә ҡуйҙы инде. “Беҙҙә ололар менән “һеҙ” тип һөйләшәләр” тип аҡыл өйрәтеп маташҡайным да, “Һин ир кеше түгел дә инде “һеҙ” тиергә” тип ҡолағына ла элмәне. Уға шулай үҙ туҡһаны туҡһан, бала сағынан ниндәй тәртипкә ултыртҡандар, шуларҙы ғына үтәй. Икенсе төрлө тәрбиәгә лә, төшөнсәләргә лә күнмәй ҙә, ят ғәҙәттәрҙе ҡабул итмәй ҙә.
— Нимә тип яҙайым? Баҙарҙың иң оҫта һатыусыһы тип ме? – мин дә төрттөрәм.
— Мөхәббәтем хаҡында яҙ.
Ысындан! Әллә нимәләргә әүрәп, иң мөһимен онотоп ултырам. Раузахал ғашиҡ бит беҙҙең. Ошонда килгәс телефонлы булып, интернет селтәрҙәрендә йөҙә торғас, бер әзербайжан ире менән танышып, шуға күҙе төшкән. Уныһы үҙ илендә, үҙ ҡалаһында ултыра. Быныһы – бында. Экран аша күрешеп сутылдашалар ҙа, шуны ауыҙ тултырып “мөхәббәт” тип һөйләй быныһы.
— Шул мөхәббәт буламы ни? – нисәнсе тапҡыр әйтәмдер былай тип.
— Ә нисек була? Минең бер ваҡытта ла, берәүҙе лә улай яратҡаным булманы.
— Телефон аша танышҡан кешегә улай әүрәргә ярамай. Һин уны әллә күрәһең был ғүмерҙә, әллә юҡ.
— Уныһы мотлаҡ та түгел. Иң мөһиме мин уның ҡайҙалыр барлығын, мине яратҡанлығын беләм.
— Бик фәлсәфәүи ҡараш һинең мөнәсәбәттәргә, - ысынлап уйлана биреп ҡуям, беҙҙең йәмғиәткә, беҙҙең психологияға ят булғанса бит.
— Бына, мәҫәлән, һин Аллаһты яратаһың, уның һине ҡайғыртҡанын беләһең, ышанаһың, тик уны эҙләп табырға һәм яныңда тоторға ынтылмайһың бит.
— Әллә... Кеше менән Аллаһты сағыштырып буламы ни?
— Булмай, әлбиттә, әммә минең хистәрем бит уларҙың икеһенә лә ҡарата таҙа. Миңә уларҙың барлығын белеү етә.
— Ә ирең? Ул бит һиңә талаҡ бирмәйем тигән.
— Әлегә шулай, әммә закон буйынса алты ай уның ризығын ашамаһам һәм елкәһендә йәшәмәһәм мин уның ҡатыны тип иҫәпләнмәйәсәкмен. Хәҙер инде, бындай хистәрҙе белгәндән һуң, уны ҡабул итә лә алмайым. Балаларым менән йәшәрмен әле, ҡарашыр моғайын уларын, ташламаҫ...

Шул ике айҙа “Таир” тигән исем минең башыма шул хәтлем һеңеп китте, хатта мин уны инде беләм һымаҡ була башланы. “Таир шулай ти, Таир былай ти, Таир әйтте, Таир ҡушты, Таир һораны...”
— Раузахал, етәр, буш менән булма! Һиңә утыҙ өс йәш, дүрт балалы ҡатынһың, мәктәп уҡыусыһы кеүек ҡыланаһың.
— Ҡыланмайымсы, апай, - оҙон керфектәрен үпкәле елпетеп ебәрә.
— Әҙерәк кенә ултырып уйлап ҡара үҙең. Ни өсөн ул утыҙға еткәнсе өйләнмәгән? Ҡырҡ бисәле булып һине алйытып ултыралыр әле. Һеҙҙең халыҡтарҙа бит ун һигеҙ-ун туғыҙҙа ирле-ҡатынлы итеп бөтәләр.
— Шулай, өйләнмәгән. Ун балалы булһаң да, ун йылдан һуң булһа ла һине хужабикәм итеп күргем килә, ти.
— Ай, Алла! Раузахал, аҡыллым, һин бөтөнләй кешеләрҙе белмәйһең... Мөнәсәбәттәрҙең нимә икәнлеген белмәйһең... Һин бикле, сикле йәмғиәттә йәшәп өйрәнгәнһең. Әле килеп ҡапыл иреккә сығып, телефондан беренсе күргән иргә әүрәгәнһең. Аралашыуҙа бит... күп осраҡта бер-беребеҙҙе алдайбыҙ.
Раузахал бер килке һүҙһеҙ ултыра. Унан бәхәс тағы ялғана:
— Ул алдамай, апай.
Мин дә ҡыҙып китәм:
— Шулаймы? Ҡана күрһәт әле миңә ул геройыңды? Ҡарайым әле шуның алдаҡсы күҙҙәренә һәм ауыҙын йырғандай бер-ике һорау бирәйем. Шундуҡ таҙа һыуға сығарасаҡмын мин уны.
Күҙҙәренә йәш алып тороп һөйгәнен яҡлашҡан Раузахал да, ҡарышып торманы. Шундуҡ планшетын килтереп сығарып видеовызовҡа баҫты. Экранда кемдер пәйҙә булды. Бәрхәт тауышлы ир сәләм бирҙе. Былар үҙҙәренә генә аңлайышлы телдә һөйләшеп алдылар ҙа, ҡатын экранды миңә борҙо.
— Сәләмалейкум.
— Сәлә...м... – артабан нимә әйтергә тейеш икәнлегемде оноттом шул саҡ. Теге яҡтағы күренештәргә күҙ йүгерткәс әсе һүҙҙәрем телемә уралып көрмәлтте. Унда ғәриптәр коляскаһында ябыҡ ҡына ҡара ир ултыра ине. Шаңҡып ҡалыуым йөҙөмә сыҡҡандыр, күрәһең, ир йылмайып баш ҡаҡты:
— Иҫәнлек-һаулыҡ теләйем.
— Р-рәхмәт... һеҙгә лә.
Бөтөн һөйләшеүем ошо булды. Шул саҡ миңә бер хәҡиҡәт барып етте. Ҡапыл ғына, ошо бер ҡараштан был ике әҙәм балаһынан аҡыллыраҡ та, белемлерәк тә, тәжрибәлерәк тә түгел икәнлегемде аңланым. Бигерәк тә Раузахалдан. Хатта ки уның алдында үтә лә наҙан, сикләнгән, амбициялар менән генә йәшәгән йән булып ҡалдым. Уға нимәлер тип вәғәз уҡырға ла, тикшерергә лә, ҡылыҡ-тойғоларын баһаларға ла хоҡуғым юҡ ине минең. Серләшеүселәрҙе ҡалдырып шым ғына сығып киттем.

Командировкам тамамланды. Айырылышыуыбыҙға тағы ла ике ай тирәһе үткәс, ул үҙе шылтыратты һәм:
— Апай, хушлашайыҡ, мин ҡайтам... бөтөнләйгә, - тине.
— Ни булды?
— Ҡыҙыбыҙҙы кейәүгә һоратҡандар, олатайҙары ризалыҡ биргән. Беҙгә ирем менән ҡайтырға ҡуштылар.
— Нисек?.. Ҡыҙың бәләкәй ҙә инде?
— Ун алтыһы тула. Хәл ителгән инде. Бөгөн осам.
— Ә Таир?!
— Таирҙы мин йөрәгемдә алып китәм... Бәлки, икенсе донъяла осрашырбыҙ. Ә бында ҡыҙымды оятҡа ҡалдыра алмайым, матур итеп кейәүгә бирергә кәрәк.
— Нимә тип кенә әйтәйем икән, Раузахал? Үҙәгем өҙөлә һинең өсөн...
— Китабыңа мине лә яҙырмын тигәйнең... Мөхәббәтемде, - трубканан һағышлы көлөү ишетелде.
— Эйе, әйткәйнем... яҙырмын, әлбиттә.
— Хуш, мөғәлимә апай.
— Хуш, Раузахал...

Әлеге мәлдә, эҫе ҡояш аҫтында ирегән йылы илдә, емеш-еләге, гөл-сәскәһе баҙырашып ултырған баҡсалы ихатала, сағыу япмаларҙағы иркен урындыҡ өҫтөндә йәш өләсәй Раузахал, кескәй ейәнен “һоп” итәлер, тип уйлайым. Маңлайына төшөрөп бәйләгән сағыу яулығы аҫтынан оҙон керфекле матур күҙҙәре тонйорап көләлер, ҡарағусҡыл йөҙөндә нур балҡыйҙыр, һамаҡлаған ыңғайы йоморо яурынбаштары бейеп, ауыр толомло башы ҡупшы уйнаҡлап, тоташҡан ҡаштары һикерешеп торалыр. Башҡаса итеп күҙ алдына килтерә алмайым уны. Йылмайып, балҡып, эргәһендәгеләрҙе шатландырып, бәхетле итеп йөрөйҙөр. Ә йөрәгенең иң төбөнә һөйөүе йәшерелгәндер...
 
 
 
 
 
 
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: