Даирә
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
9 мая - День Победы
4 Март 2023, 18:17

Һеҙ ниндәй әҫәрҙәр уҡыйһығыҙ? Ҡайһы яҙыусыларҙың әҫәрҙәре күңелегеҙгә үтеп инде?

Фәниә Заманова, Алайғыр ауылы:- Китаптар уҡыған кешенең тел байлығы арта, аң даирәһе киңәйә. Әҫәрҙәрҙең геройҙары менән бергә йәшәйһең, улар менән бергә борсолаһың, көйәһең, шатланаһың…Зәйнәб Биишеваның “Яҡтыға” трилогияһын, “Мөхәббәт һәм нәфрәт” повесын, Фәрит Иҫәнғоловтың “Арыш башағы”, Яныбай Хамматовтың "Аҡман-тоҡман" романдарын һәм башҡа бик күп яҙыусыларҙың әҫәрҙәрен рәхәтләнеп уҡыным. Уларҙа халҡыбыҙҙың тарихы һәм яҙмышы сағылған. Тормошсан, кеше яҙмышы тураһында булғанғалыр, был әҫәрҙәр күңелемә үтеп инде.  

Һеҙ ниндәй әҫәрҙәр уҡыйһығыҙ? Ҡайһы яҙыусыларҙың әҫәрҙәре күңелегеҙгә үтеп инде?
Һеҙ ниндәй әҫәрҙәр уҡыйһығыҙ? Ҡайһы яҙыусыларҙың әҫәрҙәре күңелегеҙгә үтеп инде?

Долорес Байсурина, Ҡарлыман ауылы:
- Ғүмер буйы китаптар, журналдар һәм гәзиттәр уҡырға бик яратам. Бала саҡтан уҡыйым, быға, әлбиттә, әсәйем дә, уҡытыусыларым да булышлыҡ итте. 1-7 кластарҙы Ҡырмыҫҡалы мәктәбендә, 8-10 кластарҙы Рәми Ғарипов исемендәге интернатта уҡыным. Һәр ерҙә уҡытыусыларым китаптар уҡырға өндәне. Артабан эштән арып ҡайтҡан саҡтарымда ла гәзит-журналдар, китаптар ҡулымдан төшмәне.Элек тик рус телендә генә уҡыһам, 2012 йылда ауылға күсеп ҡайтҡас, башҡорт яҙыусыларының туған телебеҙҙәге әҫәрҙәрен уҡый башланым. Хәҙер китапхананан китап-журналдар алып, рәхәтләнеп уҡыйым, күршеләремә лә йөкмәткеләрен ҡыҫҡаса һөйләйем. Яңыраҡ Таңсулпан Ғарипованың “Бөйрәкәй” романын, яңынан Зәйнәб Биишеваның “Кәмһетелгәндәр” романын уҡып сыҡтым. Унда башҡорт халҡының ауыр тормошта йәшәүе, байҙар алдында иҙелеүе, хоҡукһыҙлығы хаҡында яҙылған. Шулай уҡ ҡатын-ҡыҙҙарҙың иҙелеүе, сабырлығы, тырышлығы, уңғанлығы ла тасуирланған.
Рауил Бикбаевтың Рәми Ғарипов тураһында “Рәми” әҫәрен бик яратып уҡыным. Рәмиҙең үткән тормош юлы тетрәндерҙе.
Барый Ноғомановтың ике романында ла кешеләрҙең тормошҡа ынтылышы, теләктәргә ирешеүе, үҙенә юл һалып, үҫтереп, маҡсатҡа ирешеүе һоҡландырҙы. Дөйөм алғанда, әҫәрҙәрҙәге геройҙар – улар көслө, ихтыярлы, рухлы, өлгө алырлыҡ кешеләр!


Әхмәтсафа Әхмәтов, Ҡырмыҫҡалы ауылы:
- Мин Йомағужа балалар йортонда (хәҙерге Күгәрсен районы) тәрбиәләндем. Унда беҙгә кесе йәштән китапҡа һөйөү уяттылар. Башланғыс кластарҙан уҡ хикәйәләр уҡый инек тә бер-беребеҙгә йөкмәткеһен һөйләй торғайныҡ… Әле туғыҙ тиҫтәне ҡыуһам да, китаптарҙан айырыла алмайым. Уларҙа бар тормош, тарих сағыла. Китапхананан ун бишләп китап алам да, уларҙы ярты айлап уҡыйым. Тарихи, фәлсәфәүи, сәйәси әҫәрҙәр күңелемә яҡын. Һуғыш, партия, колхоз осорҙары тураһында уҡырға яратам. Миңлеғәле Шайморатов, элекке башҡорт восстаниелары, автобиографик әҫәрҙәрҙе уҡыуы оҡшай. Әҫәрҙәрҙе уҡыған саҡта онотолоп китәм, геройҙарҙың стихияһына инәм. Уҡып бөткәс, китаптарымдан картотека төҙөйөм, ҡыҫҡаса йөкмәткеһен яҙып ҡуям.

Фәниә Мөхәмәтйәрова, Иҫке Муса ауылы:
- Мостай Кәримдең “Ғүмер миҙгелдәре” томдарын яратып уҡыным. Әйкәндәй, унан өҙөк менән яҙыусының тыуған ауылында әҙәбиәт һөйөүселәр арһында уҙған конкурста берҙән-бер гран-при яулаусы булдым. Ул - башҡорт әҙәбиәтенең аҡһаҡалы ғына түгел, үҙенсәлекле яҙыу стиле менән бөтә илгә билдәле шәхес тә. Фәлсәфәүи әҫәрҙәре уҡыусының күңеленә үтеп инеп, уның ҡараштарын тормошҡа, йәшәйешкә, тик ыңғай һыҙаттарға үҙгәртә, тип уйлайым.
А. Солженицындың “Рак корпусы” проза әҫәрендә үҙенең идеялары менән реаль тормошто ысынбарлыҡ аша күрһәтә. Уның әҫәрҙәренең персонаждарының тормош юлдары һикәлтәле булыуы йөрәкте телеп үтә. Ә Э. Хемингуэйҙың “Ҡарт һәм диңгеҙ” әҫәре үҙенең ябайлылығы менән йәлеп итте. Эскерһеҙ, күңелен биреп яҙған әҫәре бик эстәлекле.
Т. Драйзерҙың әҫәрҙәрен уҡығанда уның менән төрлө илдәрҙә булып ҡайтам, тарихи ваҡиғаларҙа ҡатнашам кеүек.

Фәниә Сәлимгәрәева яҙып алды.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: