Даирә
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
9 мая - День Победы
24 Февраль 2023, 12:16

Күлләр ауылы ярышсылары Абзан ауылында уҙғарылған "Ҡышҡы уйындар"ҙа ҡатнашты

Ял көндәрендә лә Күлләр ауылы халҡы тик ятмайынса, Архангел районының Абзан ауылына барып, "Ҡышҡы  уйындар - 2023" бәйгеһендә ҡатнашып ҡайтты.  Олоһон да, кесеһен дә бергә йыйған ҙур спорт байрамы "Айыҡ ауыл" сиктәрендә сәләмәт йәшәү рәүешенә арналды.

Күлләр ауылы ярышсылары Абзан ауылында уҙғарылған  "Ҡышҡы уйындар"ҙа ҡатнашты
Күлләр ауылы ярышсылары Абзан ауылында уҙғарылған "Ҡышҡы уйындар"ҙа ҡатнашты

Ауыл хакимиәте башлығы Наталья Иванова етәкселегендә 10 кешенән торған команда иртән-иртүк Абзан ауылына ярыштар барған урынға барып етте. Бындағы ҡышҡы тәбиғәт, күңелле йырҙар, көйҙәр яңғырап торған аҡлан һәр кемдә ярыш сәме уятты. Командалар ярышсылары арҡан тартыш, көйәнтә менән йүгереү, ҡалаҡҡа йомортҡа һалып йүгереү, саңғыла өсәр кеше ярышыу, уҡ атыу кеүек бәйгеләрҙә ҡатнашты.

Ғүмер буйына көйәнтәләр һыу ташып өйрәнгәлер инде, көйәнтә менән йүгереүҙә Күлләр ярышсыларына етеүсе булманы. Ә инде уҡтан атыу беҙгә ауырыраҡ бирелде, сөнки ярыштың был төрө беҙҙең өсөн ятыраҡ ине.

Ярыштар сәмле булыуға ҡарамаҫтан, алты команда араһында Күлләр ауылы командаһы 3-сө урынға лайыҡ булды. Бер кем дә бүләкһеҙ ҡалманы, әммә беҙҙең өсөн төп бүләк, ул әлбиттә, саф һауала күңелле һәм файҙалы уҙған ял минуттары булды.

Римма Сөләймәнова.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: