Даирә
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
9 мая - День Победы
23 Февраль 2023, 19:50

Иҫке Бәпес ауылында Радик Талипов иҫтәлегенә волейбол турниры

Бөгөн Иҫке Бәпес ауылы мәктәбендә яугир-интернационалист Радик Талипов иҫтәлегенә йолаға ингән волейбол турниры уҙғарылды. Унда Иҫке Бәпес, Яңы Бәпес, Ҡарлыман, Ефремкин, Иҫке Муса һәм хәрби хәрәкәттәр ветерандары командалары ҡатнашты.

Иҫке Бәпес ауылында Радик Талипов иҫтәлегенә волейбол турниры
Иҫке Бәпес ауылында Радик Талипов иҫтәлегенә волейбол турниры

Турнирҙы ойоштороусы Иҫке Бәпес мәктәбе етәксеһе Рамазан Шаймарҙанов барыһын да Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотлап, ҡунаҡтар ауыл биләмәһе башлығы Азамат Ғәйфуллин һәм Чечен Республикаһындағы хәрби хәрәкәттәр ветерандары рәйесе Финат Бикҡужинға һүҙ бирҙе. 

Көсөргәнешле ҡыҙыҡлы уйындарҙан һуң Иҫке Бәпес ауылының йыйылма командаһы 1-се урынды яуланы. 2-се урынды Иҫке Муса ауылы командаһы, 3-сө урынды Ҡарлыман ауылы командаһы алды. 

Еңеүселәргә һәм призерҙарға миҙалдар һәм Грамоталар тапшырылды. 

Гөлсәсәк Аласова.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: