Даирә
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
9 мая - День Победы
23 Февраль 2023, 19:21

Башҡорт тигән даным бар!

Бөгөнгө көндә үҙ теләге менән доброволецтар батальонында хеҙмәт итеп йөрөгән яугир-интернационалист Әнүр Хәлитов генерал-майор М.М.Шайморатовтың һәләк булыуына 80 йыл тулыуға арнап шиғыр яҙып ебәрҙе. Улай ғына да түгел, Әнүр ағай үҙе осҡан вертолетына Рәсәй геройының исемен яҙған. Күңелендә геройыбыҙға ҡарата илһөйәрлек тойғолары йөрөтөп, уны шиғыр юлдарына һалған яҡташыбыҙ һоҡланыу уята, уға ил алдындағы бурысын үтәп, имен-һаҡ тыуған яғына әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ. Шиғырҙы сайтта уҡығыҙ:

Башҡорт тигән даным бар!
Башҡорт тигән даным бар!

Ышанмағыҙ, дуҫтар, минҽ әгәр,
Һәләк булды, мҽҫкҽн, тиһәләр.
Ҡәнәфҽрҙәр тотоп ҡәбҽрҽмә,
Иҫкә алыр өсөн килһәләр.
Эйҽ, тәнҽм ҡалды яу ҡырында,
Дошмандарға ҡаршы алышып.
Әммә йәнҽм тағы сафҡа баҫты,
Арғымағымды ғына алмашып.
Тимҽр ҡошта осам, шул уҡ ялан,
Хатта ҡалған шул уҡ окоптар,
Байҡап барам, күпмҽ йылдар үттҽ,
Яу ҡырында тағы фашистар.
Юҡ, үлмәнҽк, батыр Салауаттың,
Тоҡомдары әлҽ лә һынатмаҫ,
Шайморатов сафта, арғымағы
Вҽртолҽт ул хәҙҽр, бҽлегеҙ.
Башҡорт рухын, башын киҫҽп кҽнә
Һындырырға тҽләй дошмандар.
Шайморатов бҽҙҙҽң йөрәктәрҙә,
Батыр Салауаттың ҡаны бар,
Үҙ илҽмә афәт янағанда,
Башҡорт тигән минең даным бар!
Әнүр Хәлитов.
Иҫке Бәпес ауылы.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: