Даирә
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
9 мая - День Победы
23 Февраль 2023, 11:31

"Бәхилләшеү һүҙҙәрен башҡортса әйтмәгәнемә үкенәм"

Минең бер генә теләнем бар: мине һуңғы юлға оҙатыу милли йолаларға таянып башҡарылһын ине.    

"Бәхилләшеү һүҙҙәрен башҡортса әйтмәгәнемә үкенәм"
"Бәхилләшеү һүҙҙәрен башҡортса әйтмәгәнемә үкенәм"
"Үлгәндә лә тел кәрәк. Бөгөн ошо темаға фекерҙәремде яҙып китергә булдым. Мин – башҡорт егете. Силәбе ҡалаһында һикһәненсе йылдарҙа ябай эшсе ғаиләһендә тыуып үҫкәнмен. Ҡышын ҡалала, йәйен ауылда була инек.
 
Атай-әсәйем эшһөйәр итеп үҫтерҙе. Башҡорт йолаларын өйрәтте, әммә туған телде белмәй үҫтек. Ғөмүмән, был күптәргә хас. Бигерәк тә минең йәштәштәргә, яҡташтарға.
 
Атай-әсәйебеҙҙең бында ғәйебе юҡ. Беҙ яңы илдә үҫтек. Бер кем дә әле нисек, нимә өсөн йәшәргә икәнен аңлап етмәй ине. Улар ең һыҙғанып беҙҙе кейендерергә, ашатырырға, уҡытырға тип заводтарҙа тир түкте. Ниндәй генә ауыр хеҙмәт булмаһын, милли йолаларҙы үтәргә ваҡыт табалар ине. Бала тыуһа, исем ҡушыу йолаһы үтәлә, ғаилә тормошо никахтан башлана. Бигерәк тә кешене һуңғы юлға оҙатыу бурысын улар бик талапсан башҡарҙы. Төн йоҡоларын ҡалдырып, ерләү йолаһында булышалар ине.
 
Беҙҙе лә йәлеп иттеләр. Мин атай менән бергә ҡәбер ҡаҙа инем. Беренсе тапҡыр был ауыр, әммә мөһим йолала ун бер йәшемдә ҡатнаштым. Ҡартатайымды һуңғы юлға оҙаттыҡ. Ололар беҙҙе өйрәнә торһон тип, вағыраҡ йомош ҡуша ине. Мәҫәлән, көрәкте алып килергә, мәрхүмдең исем фамилияһын яҙырға әҙерлек эштәрен башҡарырға һ.б.
 
Ҡатын-ҡыҙҙар ҙа был эштән ситтә ҡалманы. Инәйем башҡа апайҙар менән бер рәттән табын әҙерләй. Мәрхүмдең өсөн, етеһен, ҡырҡын уҡыталар. Әсәйем бик йыш: "Ниндәй генә кеше булмаһын, мәрхүмде хөрмәт менән һуңғы юлға оҙатырға кәрәк. Шул ваҡытта уның күңеле тыныслыҡ менән китә", - тип ҡабатларға яратты.
 
Әлеге ваҡытта ауылдаштарҙы, таныштарҙы, туғандарҙы ерләү йолаһында ҡатнашырға тырышам. Ололарҙан, йәштәр хәҙер зыяратҡа барырға ваҡыт тапмай, тигән һүҙҙәрҙе йыш ишетәм. Был хәл беренсенән, махсус ерләү буйынса махсуслашҡан ойошмалар барлығынан ғибәрәт, икенсенән, йәштәр ваҡыт тарлығына зарлана, кемгәлер был йола хаҡында бала саҡтан аңлатмағандар.
 
Күптән түгел бер мәрхүмде ерләүҙә ҡатнаштым. Алты кеше ҡәбер ҡаҙҙыҡ: өс урта йәштәге ир, дүрт аҡһаҡал. Уларҙың береһе мулла ине. Ул үҙе менән көрәген дә алып килгән. Мәрхүм менән бәхилләшергә күптәр мәсеткә килде, тик бер нисә генә кеше зыяратҡа тиклем барҙы.
 
Бөгөнгө ваҡытта үлем тураһындағы хәбәрҙәрҙе йыш ишетәбеҙ. Тәү сиратта йолаларҙы белеүсе өлкәндәребеҙ бер-бер артлы китә шул. Йәштәштәремде ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе өйрәнеп ҡалырға саҡырам.
 
Яңыраҡ инәйемде ерләнем. Уның үлеме көтмәгәндә булды. Ул бик әүҙем, йәшәү көсө ташып тора ине. Ейән-ейәнсәрҙәрен ҡарауҙа, халыҡҡа файҙалы милли саралар ойоштороуҙа ҡайнап йәшәне.
 
Һуңғы юл тураһында ул бер ҡасан да онотманы. Яйлап әҙерләнә барҙы. Беҙгә лә һүҙ араһында иҫебеҙгә төшөрә ине. Инәйемде ерләгәндән һуң атайым, барыһы ла яҡшы үтте, инәйең күрһә, ҡыуаныр ине, тигәс, юғалтыу ҡайғыһы баҫыла төштө. Тик бәхилләшеү һүҙҙәрен башҡортса әйтмәгәнемә генә үкенәм.
 
Әсәйемдең үлеменән һуң бер аҙна үткәс, Силәбелә башҡорт теле курстары ойошторолоуы тураһында мәғлүмәт таптым. Шулай итеп, туған тел серҙәренә төшөнә башланым. Уҡытыусыбыҙ мине маҡтап та алды. Барыбер ҙә бала саҡтан күп һүҙҙәр башҡа һеңеп ҡалған икән.
 
Әйтеп үтергә кәрәк, курстар тик йәмәғәт әүҙемселәренең тырышлығы менән алып барыла. Улар килем алмай, күптәренең үҙ эштәре, ғаиләләре бар. Шулай ҙа изге ғәмәл өсөн ваҡыт табалар. Уларҙы мин замана геройҙары тип атар инем.
 
Йәштәштәрем тәгәрмәстә әйләнгән тейен кеүек ҡайҙалыр саба. Мин тик бер аҙға ғына туҡтап, мин ҡайҙа барам, тигән һорауға яуап табырға саҡырам, милләттәштәрем. Үҙебеҙгә мөһим тип тапҡан ғәмәлдәр өсөн ваҡыт табыла ул. Мәҫәлән, туйға саҡырһалар, эштән дә һорайбыҙ, бүләккә аҡса ла табабыҙ. Мәңгелек ҡиммәттәр ҙә үҙгәреп тора. Хәҙер күптәрҙе кешенең изге ғәмәлдәре түгел, ә аҡсаһының күләме ҡыҙыҡһындыра. Ғәҙеллек кеүек сифаттар юғалып бара. Тарихты белмәйбеҙ. Нәҫелебеҙҙең үткәненә лә битарафбыҙ.
 
Ҡартатайымдың атаһы егерменсе быуаттың 20-се йылдарында поляктарға ҡаршы һуғышҡан, Бөйөк Ватан һуғышында алтын приискыһында эшләгән. Шундай ауыр яҙмышлы булыуға ҡарамаҫтан, ул алты балаһын тәрбиәләп үҫтергән. Ҡартатайым да рәхәт тормош күрмәгән. Ул 17 йәшендә хеҙмәт итә башлаған. Ҡыҙыл Йондоҙ орденына лайыҡ. Һуғыштан ғәрипләнеп ҡайтҡан. Алты балаға ғүмер биргән. Атайым да күп һынауҙар үткән: Чернобыль касафаты эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡан, 90-сы йылдар юҡсыллығын кисергән. Шуға ҡарамаҫтан, ике баланы аяҡҡа баҫтырған.
 
Мин миҫалға килтергән өс быуындың яҙмышы ла, заманы ла башҡа булған тиерһегеҙ. Ысынлап та, милли йолалар уларҙың тормошоноң бер өлөшө булып торған. Телдәре уларҙың башҡортса асылған. Хатта урыҫса белмәгәндәр ҙә йәки насар һөйләшкәндәр.
 
Атай-әсәйҙәр беҙгә балаларҙы балалар баҡсаһынан алырға, алып барырға, мәктәпкә оҙатырға, төрлө түңәрәктәргә йөрөтөргә ярҙам итә. Теге йәки был йүнәлеш буйынса кескәйҙәр өсөн өҫтәмә дәрестәр осһоҙ тормай. Ни өсөн һуң беҙ башҡорт теле уҡытыусыһының юл сығымдарын ҡапларға ғына ҡаралған аҡсаға туған тел серҙәренә төшөнөү мөмкинлегенән ситтә ҡалабыҙ?..
 
Ғалимдарҙың әйтеүенә ҡарағанда, тел өйрәнеү мейе эшмәкәрлеген яҡшырта: икенсе шөғөлгә тиҙ генә күсеп китеү, иғтибарлы булыу кеүек һәләттәрҙе үҫтерә. Туған телдең яҡындар араһындағы бәйләнеште нығытыу көсөнә эйә булыуын айырым телгә алып китәйек. Ата-әсәләр балаларыбыҙға туған тел серҙәрен еткергәндә үҙҙәрен быуындар араһындағы ептәрҙе нығытыусы итеп хис итә.
 
Атайым мәҡәл, әйтемдәр менән аралашырға ярата. Уларҙың күбеһен туранан-тура тәржемә итеп тә булмай. Әйҙәгеҙ, дуҫтарым, башҡорт телен, йолаһын еткереүсе өлкәндәребеҙгә был изге бурысты тапшырыуға мөмкинлек бирәйек.
 
Минең бер генә теләнем бар: мине һуңғы юлға оҙатыу милли йолаларға таянып башҡарылһын ине. Барыһына ла сәләмәтлек, оҙон ғүмер насип булһын. Яҡындарығыҙҙы ҡәҙерләгеҙ. Эх, инәйем менән бер генә ултырып сәй табыны артында һөйләшергә ине. Әлегә маҡсатым – туған телде өйрәнеп, атайым иҫән сағында уның менән рәхәтләнеп башҡортса һөйләшеп ҡалыу".

P.S. Мәҡәлә авторы исем-шәрифен күрһәтмәүҙе хуп күрҙе.

Тәржемә: Нурия Иҡсанова.
 
Фото: m.fishki.net
Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
 
 
 
 
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: