Даирә
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
9 мая - День Победы
23 Февраль 2023, 11:42

“Бөгөнгө көн айырым әһәмиәткә эйә”

Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға 30 төрлө ярҙам күрһәтелә.    

“Бөгөнгө көн айырым әһәмиәткә эйә”
“Бөгөнгө көн айырым әһәмиәткә эйә”

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан Башҡортостан Хөкүмәте аппараты ветерандар менән берлектә сәскә һалыуға сыҡты. Тантаналы саранан һуң Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә уйланыуҙары менән уртаҡлашты һәм Ватанды һаҡлаусыларҙы байрам менән тәбрикләне.

"Ватанды һаҡлаусылар көнө — Рәсәйҙең төп байрамдарының береһе. Илебеҙ үҙ тарихында ситтән һөжүмдәргә, агрессияларға һәм янауҙарға дусар ителһә лә, бөйөк держава булып ҡала. Ә был - һуғыш яландарында дәүләттең азатлығын һәм бойондороҡһоҙлоғон яҡлаусыларҙың оло ҡаҙанышы.

Бөгөн Ватанды һаҡлаусылар көнө айырым әһәмиәткә эйә. Беҙ илдең киләсәге билдәләнгән дәүерҙә йәшәйбеҙ. Был йәһәттән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар мөһим роль уйнай. Уларҙың батырлығы, ныҡлығы һәм бурысҡа тоғролоғо киләсәк быуындар өсөн өлгө булып тора. Ә беҙҙең бурыс – уларға, туғандарына, яҡындарына ярҙам итеү.

Башҡортостан төрлө өлкәләрҙә махсус хәрби операцияларҙа ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү буйынса ҙур саралар комплексын ҡабул итте. Әлеге ваҡытта бындай 30-ҙан ашыу сара тормошҡа ашырыла (матди йә матди булмаған), һәм беҙ даими рәүештә яңыларын индерәбеҙ. Ошо маҡсатта 2023 йылда республикала 1,5 миллиард һум аҡса бүлеү планлаштырылған.

Рәсәй Президенты Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһендә махсус дәүләт фонды булдырыу кәрәклеге тураһында һөйләне, уның бурысы һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләренә һәм махсус хәрби операция ветерандарына маҡсатлы ярҙам буласаҡ. Фонд структуралары бөтә төбәктәрҙә лә урынлаштырыласаҡ, Башҡортостан Хөкүмәте беҙҙең республикала фонд мөмкин тиклем һөҙөмтәле эшләһен өсөн бар көсөн һаласаҡ.

Ҡәҙерле Ватан һаҡсылары! Быға тиклем Рәсәй именлеге өсөн һаҡта тороусылар, уларҙы хәҙер яҡлаусылар – беҙҙең яҡташтар. Тыуған илгә тоғролоғоғоҙ, илһөйәрлегегеҙ һәм тоғро хеҙмәт иткәнегеҙ өсөн рәхмәт. Һәр ваҡыт көслө рухлы булыуығыҙҙы, ныҡлыҡ теләйем. Һеҙгә һәм ғаиләләрегеҙгә һаулыҡ һәм именлек!

Фото һәм мәғлүмәт Андрей Назаровтың социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһенән алынды.

 
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: