Даирә
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
9 мая - День Победы
22 Февраль 2023, 22:38

Шайморатовҡа булған хөрмәт ҡыуандыра

Байрам тантанаһына данлыҡлы генералдың туғандары ла саҡырылғайны.

Шайморатовҡа булған хөрмәт ҡыуандыра
Шайморатовҡа булған хөрмәт ҡыуандыра

Бөгөн Өфөләге “Торатау” конгресс-холында Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан тантаналы йыйылыш үтте. Бында ысын ил һаҡсыларын тәбрикләнеләр.

Залда хәрбиҙәр, офицерҙар, ветерандар, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың яҡындары, курсанттар һәм һалдаттар йыйылды. Сараға саҡырылғандар араһында Рәсәй Геройы, легендар генерал Миңлеғәле Шайморатовтың туған кешеһе Ирек Шайморатов та бар ине. Ул үҙен ошо тантанаға саҡырғандары өсөн рәхмәт әйтте һәм әҙерәк үҙе тураһында һөйләне. Ғүмере буйы Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәгән, әле Санкт-Петербургка күскән икән. Уларҙың данлыҡлы туғандарын тыуған илендә ошолай ҙурлауҙарына бик шат булыуын әйтте.

– Кәйеф бик шәп. Беҙгә туған булған генералды республикала иҫләүҙәре, хөрмәт итеүҙәре, уның хәтерен мәңгеләштереү бик ҡыуандыра. Йәштәр өсөн дә ҙур тәрбиәүи мәғәнәгә эйә. Һуңғы йылдарҙа уға иғтибар артты. Бының өсөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа ҙур рәхмәт. Совет майҙанындағы һәйкәл бик оҡшай. Баш ҡаланың матур урынына әүерелде. Бөгөнгө сараға саҡырғандары өсөн рәхмәт, был ҙур байрам. Яугирҙәребеҙ менән ғорурланабыҙ, улар беҙҙең именлек, тыныс тормош өсөн тырыша, – тине ул.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы. 

Автор:Альфия Мингалиева.
https://bashgazet.ru/articles/geroy-ar-d-ere/2023-02-22/shaymoratov-a-bul-an-h-rm-t-yuandyra-3154845
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: