Даирә
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
9 мая - День Победы
22 Февраль 2023, 23:06

“Мин орден өсөн барманым!”

Рафаэль Ишбаев Радий Хәбиров ҡулынан генерал Шайморатов орденын алды.     

“Мин орден өсөн барманым!”
“Мин орден өсөн барманым!”

Бөгөн Өфөләге “Торатау” конгресс-холында Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан тантаналы йыйылыш үтте. Залда хәрбиҙәр, офицерҙар, ветерандар, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың яҡындары, курсанттар һәм һалдаттар йыйылды.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡаһарман яугирҙәргә генерал Шайморатов орденын тапшырҙы. Улар араһында әлеге ваҡытта махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Рафаэль Ишбаев та бар ине. Ул яралы хеҙмәттәштәрен ҡотҡарған.

Рафаэль Ишбаевҡа 51 йәш, ул Өфөнән. Элек Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәре булған. Махсус хәрби операция башланғас, унда доброволец булараҡ ҡатнашырға ҡарар итә һәм Доставалов исемендәге батальонға инә. Сентябрҙән алғы һыҙыҡта хәрби юлын башлай.

Ул Запорожье һәм Луганск йүнәлешендә ҡыйыу һуғышҡан. Алыштарҙың береһендә яралы һалдаттарҙы эвакуациялай һәм дошмандың һөжүмен кире ҡағып, уларҙы һаҡлай. Икенсеһендә взводты дошман уты аҫтынан алып сыҡҡан. Рядовой Ишбаевтың аныҡ эш итеүе арҡаһында ул көндө юғалтыуҙар булманы. Әлеге ваҡытта сикке йәшкә еткәс запасҡа сығарылған.

– Минең олатайым Икенсе донъя һуғышында ҡатнашҡан кеше, ул Финляндиянан Японияға тиклем юл үткән. Шуға күрә мин дә ситтә ҡала алманым, тыуған илемде фашизмдан яҡларға булдым. Ғаиләм ҡарарымды хупланы, – тине ул.

Орденды ул иптәштәрен ҡотҡарған өсөн алды. Әммә үҙен герой һәм был аҙымын әллә нимә тип иҫәпләмәй. “Үҙемде герой тип һанамайым. Награда артынан барманым, ә илебеҙҙе һаҡларға тип. Тыуған илде һаҡлау – ирҙәр эше”, – ти ул.

– Алыш яланында саҡта һәр хәрбигә ғаиләһенең имен булыуын белеү мөһим. Башҡортостан халҡына һәм етәкселегенә даими ярҙам күрһәткәндәре өсөн бик рәхмәтлебеҙ. Унда, өйҙән алыҫта быны тойҙоҡ, посылка, техника, кейем-һалым, аҙыҡ-түлек алдыҡ. Унһыҙ булмай, шул саҡта ғына Тыуған илде намыҫ, лайыҡлы, ҡыйыулыҡ менән яҡлай алабыҙ, – тине герой.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы. 

 

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: