Даирә
+30 °С
Болотло
9 мая - День Победы
13 Февраль 2023, 15:04

Яугирҙәребеҙгә - татлы күтәнәстәр

Илдә барған хәл-ваҡиғаларға бер кемдең дә битараф ҡалмауын көн дә ишетеп, күреп, белеп торабыҙ. Ауылдар халҡы, етәкселәр, эшҡыуарҙар – барыһы ла берҙәмләшеп, махсус операцияла ҡатнашыусы ир-егеттәребеҙгә ярҙам ҡулы һуҙа. Ҡырмыҫҡалы ауылының “Муравей” кафеһы хеҙмәткәрҙәре лә яугирҙәребеҙгә күстәнәскә өй шарттарында әҙерләнгән бауырһаҡтар бешереп ебәрергә ҡарар иткән. Улар үҙҙәренең уйы тураһында интернет селтәрендәге төркөмдәргә иғлан ҡуйыу менән изге күңелле кешеләр бауырһаҡ бешерешергә теләк белдерҙе.

Яугирҙәребеҙгә - татлы күтәнәстәрЯугирҙәребеҙгә - татлы күтәнәстәр
Яугирҙәребеҙгә - татлы күтәнәстәр

- Ошо көндәрҙә кафеға махсус операциянан ҡайтҡан егеттәр инеп сыҡҡан ине. Улар һеҙ бешергән пиццаны шул тиклем һағындырған, тип маҡтап-маҡтап ашаны. Егеттәрҙең шундай ихлас һүҙҙәренән һуң беҙ аҡсалата ғына ярҙам итергә түгел, ә бына ошолай нәҡ әсәйҙәрсә күңел йылыһы ҡушып, үҙ ҡулдарыбыҙ менән әҙерләнгән күстәнәстәр ебәрергә ҡарар иттек. Кафе хеҙмәткәрҙәренә һәм тиҙ генә хәл ителгән эште беҙгә атҡарып сығырға ярҙам иткән ҡатын-ҡыҙҙарға ихлас рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Беҙҙең дә яҡындарыбыҙ, дуҫтарыбыҙ, таныштарыбыҙ әлеге ваҡытта хәрби махсус операцияла ҡатнаша. Улар өсөн барыбыҙ ҙа борсолабыҙ һәм ҡулдан килгәнсә ярҙам итергә тырышабыҙ, - ти кафе хеҙмәткәрҙәре.
Кафе бауырһаҡ бешереү өсөн он, май, шәкәр, бал, сәтләүек һатып алһа, Урал ауылынан Фәһимә Әлимғафарова менән Клара Әхмәтова, Олокүл ауылынан Әлфиә Бикҡужиналар 50-әр йомортҡа биргән.
- “Муравей” кафеһының бауырһаҡ бешерергә саҡырған иғланын күреп ҡалғас та, барырға ҡарар иттем. Ауылдан әхирәттәрем Наилә Садиҡова менән Эльвира Вәлиеваларҙы ла алып килдем. Ҡырмыҫҡалы ауылынан "Кызыл таң" гәзите хәбәрсеһе, бауырһаҡ бешереү оҫтаһы Эльвира Ямалетдинованы ла саҡырыу менән һис һүҙһеҙ ризалашты. Ул өйөнән ҡамыр туғыу өсөн миксерын да алып килгәйне, был эшебеҙҙе тағы ла еңеләйтте.
Беҙ быға тиклем дә Олокүл ауылының “Патриот” штабы аша егеттәребеҙгә аҙыҡ-түлек, 70-ән артыҡ ойоҡбаш бәйләп ебәрҙек. Ауылыбыҙҙан 4 егетебеҙ унда ҡатнаша, барыһына ла иҫән-имен әйләнеп ҡайтырға яҙһын инде, - ти Фәһимә Фәтхелғаян ҡыҙы.
Эйе, бындай эштә берләшеү мөһим. Кафе етәкселегенең тәҡдимен хеҙмәткәрҙәре Гөлнара Шәрипова, Гүзәл Йәғәфәрова, Әлфиә Солтанморатова, Зөлфиә Иванова, Гульноза Ғиләжетдинова, Анжелика Стебнева, Миңзәлә Яҡшығолова, Елена Фәтҡуллина, Динә Рәхмәтуллина, Алина Геронтьева, Рәмилә Хәйерова, Әлиә Насировалар ҙа шунда уҡ күтәреп ала. Рәмилә Хәйерова ярҙамға Олокүл ауылынан әсәһе Зөлфиә Шамбазова менән уның апаһы Әлфиә Бикҡужиналарҙы ла алып килгән. Ә Мырҙа ауылынан бауырһаҡ бешереү оҫтаһы Миңзилә Яҡшығолова өйөнән 50 йомортҡанан бауырһаҡ бешереп килтергән һәм үҙе лә бешереште. Ике көн эсендә 167 контейнер бауырһаҡ әҙерләнеүе изге күңелле ҡатын-ҡыҙҙарҙың был эшкә етди тотоноуы хаҡында һөйләй.
"Муравей" кафеһы татлы күстәнәстәрҙе яугирҙәребеҙгә район хакимиәте аша ебәрергә уйлай. Был осраҡта улар һис шикһеҙ беҙҙең район егеттәренә барып етәсәк, ти улар.
Ихлас ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торған яҡташтарыбыҙҙың эштәре ғорурландыра ла, башҡаларға өлгө лә булып тора. Изге теләктәр ҡушып бешерелгән бауырһаҡтар һалдаттарыбыҙға 23 февралгә бүләк булып барып етеп, күңелдәрен йылытһын һәм кәйефтәрен күтәрһен. Беҙ һеҙҙең менән, егеттәр!
Гөлсәсәк Аласова.
Автор фотолары.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас