Даирә
+24 °С
Ямғыр
9 мая - День Победы
31 Ғинуар 2023, 05:14

Роструд: февраль аҙағында рәсәйҙәрҙе ҡыҫҡа эш аҙнаһы һәм оҙайлы ялдар көтә

Февралдә рәсәйҙәрҙе Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан оҙайлы ялдар көтә, тип хәбәр итте Роструд.

Роструд: февраль аҙағында рәсәйҙәрҙе ҡыҫҡа эш аҙнаһы һәм оҙайлы ялдар көтәРоструд: февраль аҙағында рәсәйҙәрҙе ҡыҫҡа эш аҙнаһы һәм оҙайлы ялдар көтә
Роструд: февраль аҙағында рәсәйҙәрҙе ҡыҫҡа эш аҙнаһы һәм оҙайлы ялдар көтә

«Февраль айында илебеҙ Ватанды һаҡлаусылар көнөн билдәләй. 23 февраль кесаҙнаға тап килә. 1 ғинуарҙағы ял көнө 24 февралгә (йомаға) күсерелгән, был аҙнаһына биш көн эшләгән граждандарға 23 февралдән 26-һына тиклем ял итергә мөмкинлек бирә», — тиелә ведомство белдереүендә.

22 февралдә эш көнө, байрам алды көнө булғанлыҡтан, бер сәғәткә ҡыҫҡара.  Алты көнлөк эш аҙнаһында шәмбе, 25 февраль, эш көнө булып тора, тип белдерҙеләр ведомствола.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-01-30/rostrud-opublikoval-soobschenie-kak-rossiyane-budut-otdyhat-v-fevrale-3123801

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас