Даирә
+21 °С
Болотло
9 мая - День Победы
27 Ғинуар 2023, 06:51

Башҡорт батальондарының рухи остаздары йәнә алғы һыҙыҡҡа юллана

Башҡортостан батальондарының рухи остаздары протоиерей Викторҙың һәм Хәмзә хәҙрәттең отпускыһы тамамлана.

Башҡорт батальондарының рухи остаздары йәнә алғы һыҙыҡҡа юлланаБашҡорт батальондарының рухи остаздары йәнә алғы һыҙыҡҡа юллана
Башҡорт батальондарының рухи остаздары йәнә алғы һыҙыҡҡа юллана

Тиҙҙән улар хәрбиҙәрҙең рухын күтәреү өсөн йәнә махсус хәрби операция зонаһына юллана. Был хаҡта үҙенең телеграм-каналында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте.

«Беҙҙең ҡәҙерле Хәмзә хәҙрәт һәм протоиерей Виктор ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң йәнә алғы һыҙыҡҡа китергә йыйына. Хоҙай һаҡлап йөрөтһөн бер үк уларҙы һәм беҙҙең яугирҙәрҙе!» - тип яҙҙы республика етәксеһе.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, 2022 йылдың көҙөндә дин әһелдәре махсус хәрби операция барған урынға юлланды. Декабрь аҙағында улар Башҡортостанға ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡайны. Форсаттан файҙаланып, «Башинформ» протоиерей Викторҙан һәм Хәмзә хәҙрәттән эксклюзив интервьюлар алды.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-01-26/duhovnye-nastavniki-bashkirskih-batalonov-vozvraschayutsya-na-peredovuyu-3120526

Автор:Ләйсән Закирова
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас