Даирә
+24 °С
Ямғыр
9 мая - День Победы
27 Ғинуар 2023, 09:26

Бәхил бул, Айрат!

Ҡырмыҫҡалы ауылында “Вагнер” ЧВК яугире Айрат Ғилимшин һуңғы юлға оҙатылды. Уны оҙатырға туғандары, яҡындары, класташтары, дуҫтары, хәрби хәрәкәттәр ветерандары һәм башҡалар килде.

Бәхил бул, Айрат!Бәхил бул, Айрат!
Бәхил бул, Айрат!

Матәм сараһында район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров сығыш яһаны.
- Һуңғы юлға ысын геройҙы оҙатабыҙ. Ул илде һаҡлауҙы тормош позицияһы итте һәм башын һалды... Яңыраҡ махсус хәрби операция барған ерҙә булып ҡайттым. Унда яндырылған ауылдарҙы, машиналарҙы, йорттарҙы - фашизм башын күтәргәнен күрҙем. Беҙҙең ир-егеттәр Тыуған илде һаҡларға баҫты.
Айрат менән үҙем шәхсән таныш инем. Уны уҡыусы саҡтан беләм, тормош яратыусан, изге күңелле, ярҙамсыл булды... Айрат Альберт улы тураһында иҫтәлек мәңге һаҡланыр, - тине ул.
Айрат Ғилимшинға 33 йәш була. Ул Балтас районында тыуған, Ҡырмыҫҡалы ауылында йәшәп, 2-се мәктәпте тамамлай. Томск хәрби-медицина институтында уҡый, 2009 йылда хәрби хеҙмәтен үтәй. Айрат башҡа төбәктә йәшәгән була. Улы бар, ул әсәһе менән Өфө ҡалаһында йәшәй.
Фәнил Гәрәев.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас