

- Хәйерле көн, Ибраһим ауылы халҡы, ҡунаҡтар. Бөгөн ысынлап та, ауыл халҡы өсөн генә түгел, бар район өсөн ҙур әһәмиәтле ваҡиға. Быға тиклем районыбыҙҙа хөкүмәт тарафынан ҙур-ҙур төрлө тарихи һәйкәлдәр асылып торһа ла, үҙ ҡулдары менән яһалған һәйкәл булғаны юҡ ине. Рәмил Рауил улының һәйкәле ауылдан Бөйөк Ватан һуғышына китеп һәләк булып ҡалғандарға, тыуған яҡтарына ҡайтып илебеҙҙең иҡтисадын күтәреү өсөн колхоздарҙа эшләгән яҡташтарына арнала. Уның тәрбиәүи яҡтан да, илһөйәрлек яғынан да әһәмиәте бик ҙур. Ҙур рәхмәт, һеҙгә, Рәмил Рауил улы, - тип сығыш яһағандан һуң Фәрғәт Фәрит улы уға райондың Маҡтау грамотаһын тапшырҙы.
- Ике йыл элек кенә бар ауыл халҡы көсө менән ошо урында мемориал диуар ҡуйҙыҡ. Бөгөн нәҡ ошо урында Рәмил Ғәлиевтың үҙ көсө менән төҙөгән бына ошондай күркәм һәйкәл урын алды. Уға ныҡлы сәләмәтлек, ижади уңыштар, шулай уҡ ауыл халҡын үҙенең ижад емештәре менән артабан да ҡыуандырып тороуын теләйем, - тигән теләктәрен белдерҙе Тимур Әхәт улы.
Артабан һүҙ тантана сәбәпсеһе – күңел ҡушыуы буйынса үҙ иҫәбенә һәйкәл эшләүсе хаҡлы ялдағы Рәмил Ғәлиевҡа бирелде.
- Һәйкәл эшләү тарихына килгәндә, өс йыл элек ауылдың старостаһы Заһир, Ғәзимйән Ибраһимов менән ағастан эшләнгән эскизды район хакимиәте башлығына күрһәттек. Улар минең тәҡдимде хуплап ҡаршы алды. Матди яҡтан ҡыйынлыҡ булмаһын өсөн барыһын да үҙ иҫәбемә эшләйем тип, рөхсәт алдым.
Һәйкәлдә атайымдың йөҙөн сағылдырырға тырыштым, һалдаттың һыңар ҡуллы булыуында ла уның образы кәүҙәләндерелде – ул һуғышта яраланып, ҡулһыҙ ҡайтҡайны. Шуға ҡарамаҫтан, атайым бик тырыш кеше булды, һыңар ҡулы менән бесән дә сапты, ағасты соҡоп кәмәләр ҙә яһаны. Уны ерләгәндә “һәйкәл ҡуяһы ине атайыма” тигән уй килде, был хыял оҙаҡ йылдар күңелемдә һүрелмәй йәшәне. Бына, ниһайәт, ошо хыялымды тормошҡа ашырырға ваҡыт етте.
Ике метр ярым бейеклектәге һәйкәлде эшләү өсөн ике йыл ваҡыт китте. Уны башта балсыҡҡа цемент ҡушып эшләнем. Ныҡлы булһын өсөн арматура таҫмаһын да ҡуштым, тышын гипс менән һыланым. Был бер ҡайҙан да күсерелмәгән, тулыһынса тик үҙемдең генә ижад эшем. Эшләп бөткәндән һуң скульптор Мәүлетбай Хәлилов, һуңынан “Төнъяҡ амурҙары” йәмғиәте рәйесе Илдар Шәйәхмәтовты саҡырып, уларға ла күрһәттем. Барыһы ла шәп килеп сыҡҡан, тип ҡеүәтләгәндән һуң ғына тынысланып, эшемде тапшырҙым, - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Рәмил Рауил улы.
Дауамын гәзиттең киләһе һандарында уҡырһығыҙ.