Даирә
+24 °С
Ямғыр
9 мая - День Победы
18 Ноябрь 2022, 09:06

Тағы ла бер яугирҙе юғалттыҡ

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны сентәрбҙә 105 йәшен билдәләгәйне

Тағы ла бер яугирҙе юғалттыҡТағы ла бер яугирҙе юғалттыҡ
Тағы ла бер яугирҙе юғалттыҡ

Ҡырмыҫҡалы районының Сахай ауылында йәшәгән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Сабир Әсфәндийәров 1917 йылда тыуған. Ябай крәҫтиән ғаиләһендә 12 бала үҫә. Башланғыс мәктәпте, ә һуңынан ете йыллыҡ мәктәпте тамамлай, «Яҡты-күл» колхозында эшләй.

1938 йылда хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Ҡытай сигендә хеҙмәт итә. 1940 йылдың яҙында Сабирйән Әсфәндийәровты Волочаевка ҡалаһына танк полкына күсерәләр, унда ул сержант званиеһын ала. Инде хәрби хеҙмәте тамамланырға торғанда Советтар Союзына фашист Германияһы һөжүм итә. Дүрт айҙан һуң һалдаттар Көнбайышҡа ебәрелә. Беренсе ноябрҙә улар Мәскәү һәм Ленинград араһында урынлашҡан Тихвин станцияһына килеп етәләр. Был станция өсөн барған алышта ҡаты яралана. Яуҙа күрһәткән батырлығы өсөн миҙал менән бүләкләнә.

Смоленск өсөн барған яуҙарҙа фронтовик икенсе тапҡыр яралана. Госпиталдән һуң Горький ҡалаһына уҡырға ебәрелә. Артабан Польша, Будапешт өсөн барған яуҙарҙа ҡатнаша. Бер алышта ҡәһәрле ярсыҡ уның күҙенә эләгә.

Еңеү байрамын ул Румынияла ҡаршы ала. Еңеүҙән һуң эске ғәскәрҙәр составында ҙур булмаған ҡаласыҡта хәрби әсирҙәр торған лагерҙы һаҡлаған.

“Март айында ғына, еңеүҙән һуң бер йыл үткәс, өйгә ҡайтыу бәхете тейҙе. Әйтеп бөткөһөҙ ине... Күҙ йәштәре бер туҡтауһыҙ яңаҡтан ағып төшә... Һигеҙ йыл сит тарафтарҙа йөрөп, һағынғанмын”, — тип хәтирәләре менән уртаҡлаша ине Сабирйән Зиннәт улы.

Дүрт ағаһы - Муса, Ғайа, Хәлиулла, Хөсәйен фронттан ҡайтмай... 1948 йылда Садиҡа Йөҙлөкбай ҡыҙы менән сәстәрен сәскә бәйләйҙәр. Улдары Хәлит, Вәсим, Әмирйән, ҡыҙҙары Гүзәл тыуа. Ғүмер буйы “Победа” колхозында эшләй.

Ветерандың туғандарының ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

 

Фото Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте сайтынан алынды.

Автор:Лилия Нуретдинова.
Автор:
Читайте нас