Даирә
+21 °С
Болотло
9 мая - День Победы
21 Октябрь 2022, 13:35

22 - 23 октябрҙә Өфөлә ауыл хужалығы йәрминкәләре уҙасаҡ

Алдағы ял көндәрендә, 22 - 23 октябрҙә баш ҡалала ауыл хужалығы йәрминкәләре уҙасаҡ. Бының турала БР Ауыл хужалығы министрлығы матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

22 - 23 октябрҙә Өфөлә ауыл хужалығы йәрминкәләре уҙасаҡ22 - 23 октябрҙә Өфөлә ауыл хужалығы йәрминкәләре уҙасаҡ
22 - 23 октябрҙә Өфөлә ауыл хужалығы йәрминкәләре уҙасаҡ

Шәмбелә йәрминкәләр Өфөнөң һигеҙ майҙансығында үтәсәк. 
Улар:
- Дим районында - Хәҡиҡәт урамында (Таллин урамынан Ухтомский урамына тиклемге арала, 
- Калинин районында - Интернациональ һәм Машиналар төҙөүселәр урамдары киҫелешендәге майҙансыҡта, Мушников урамы менән Баландин бульвары киҫелешендә.
- Киров районында - Эшсе хәбәрселәр урамының 7, 5, 7, 20-се йорттар алдындағы майҙансыҡта,
- Октябрь районында - Спорт һарайы алдында, 
- Совет районында - Йәштәр һарайы алдында,
- Орджоникидзе районында - Серго Орджоникидзе исемендәге майҙанда,
- Ленин районында - Әхмәтов урамындағы «Тулҡын» паркы янында урынлашасаҡ. 

Йәкшәмбелә йәрминкәләр алты урында Калинин, Киров, Октябрь, Орджоникидзе, Совет райондарында уҙасаҡ.

Сауҙа саралары иртәнге сәғәт 10-дан төшкө сәғәт 4-кә хәтлем барасаҡ. 

Автор:Галина Бахшиева

 

https://www.bashinform.ru/news/economy/2022-10-21/22-i-23-oktyabrya-v-ufe-sostoyatsya-selhozyarmarki-2997802

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас