Даирә
+24 °С
Ямғыр
9 мая - День Победы
18 Октябрь 2022, 06:50

Балалар һүрәттәре күңелдәрҙе йылыта

Уҙған аҙнала балаларым мобилизацияланаға эләгеп,әлеге көндә Ҡазанда хәрби әҙерлек үткән кейәүҙең туғанын күрергә барып ҡайттылар. 

Балалар һүрәттәре күңелдәрҙе йылытаБалалар һүрәттәре күңелдәрҙе йылыта
Балалар һүрәттәре күңелдәрҙе йылыта

Олокүл мәктәбенең 3-сө һәм 6-сы класында уҡыусы ейәндәрем Рамазан менән Мансур уҡыған кластар уҡыусылары һалдаттарға һүрәттәр төшөрөп ебәрҙе. Балаларҙың эскерһеҙ һәм ихлас күңенлдән төшөргән һүрәттәрен ҡарағандан һуң күп ир-егеттәрҙең күңелдәре тулып, күҙҙәре йәшкә мансылған. Шулай булмай ни, уларҙың да бит өйҙәрендә балалары, яҡындары көтөп тора. 

Һалдаттар уҡыусыларға һәм ике пакет иң кәрәкле дарыуҙар ебәргән 3-сө класс етәксеһе Антонида Анатольевна Паниченкоға ысын күңелдән рәхмәттәр әйтеп ҡалған.

Нисек кенә булмаһын, донъялар тынысланып, ир-егеттәребеҙ иҫән-имен тыуған йорттарына ҡайтһын. 

Фәнизә Дәүләталиева.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас