Даирә
+15 °С
Облачно
Матбуғат
23 Января , 04:29

Даланлыларға уңыш йылмая

- Гәзит-журнал уҡып барыу бәләкәйҙән ҡаныма һеңгән. Беҙ үҫкәндә атайым башҡорт телендәге “Хеҙәмт даны” гәзитенә даими яҙыла торғайны,- ти Бишауыл-Уңғар ауылынан Ғәйшә Искәндәрова.

Даланлыларға уңыш йылмаяДаланлыларға уңыш йылмая
Даланлыларға уңыш йылмая

- Гәзит-журнал уҡып барыу бәләкәйҙән ҡаныма һеңгән. Беҙ үҫкәндә атайым башҡорт телендәге “Хеҙәмт даны” гәзитенә даими яҙыла торғайны,- ти Бишауыл-Уңғар ауылынан Ғәйшә Искәндәрова. - Хәҙер үҙебеҙ ҙә район гәзите­нә яҙылмай ҡалғаныбыҙ юҡ. Гәзиттең килгәнен көтөп алабыҙ ҙа башынан аҙағына тиклем бер тында уҡып сығабыҙ. Районыбыҙҙағы хәл-ваҡиғалар тураһында халыҡҡа еткерелә. Һәр ваҡыт тик яҡшы яңылыҡтар килеп торһон, иң мөһиме, күктәребеҙ аяҙ, илдәребеҙ тыныс булһын, Аллаһы бирһә, – тип изге теләктәрен еткерҙе Бишауыл-Уңғар ауылынан Ғәйшә Искәндәрова.
Хөрмәткә һәм ихтирамға ла­йыҡлы Ғәйшә Мозафар ҡыҙы хаҡлы ялға сыҡҡансы Фрунзе исемендәге колхозда һауынсы булып эшләй. Намыҫлы хеҙмәте юғары баһаланып, Ленин миҙалы менән билдәләнә. Искәндәровтар ике балаға ғүмер бүләк итеп, уларға лайыҡлы тәрбиә биргәндәр, һөнәр алыр­ға ярҙам итеп, оло тормош юлына сығарғандар.
Әйткәндәй, Ғәйшә Искәндәрова беренсе тапҡыр ғына бүләк отмай. Быға тиклем дә ул лото уйынында ҡатнашып, башҡорт милли биҙәүесе – беләҙек отҡайны.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас