Даирә
-1 °С
Ясно
Матбуғат
23 Октября 2025, 10:41

Ҡатнашығыҙ һәм отоғоҙ!

2026 йылдың тәүге ярты йыллығына “Даирә” гәзитенә яҙылыуҙың ҡыҙыу осоро башланды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҡатнашығыҙ һәм отоғоҙ!Ҡатнашығыҙ һәм отоғоҙ!
Ҡатнашығыҙ һәм отоғоҙ!

Ҡатнашығыҙ һәм отоғоҙ!

Гәзиткә яҙылыусылар квитанция күсермәһен почта аша (адресыбыҙ: Ҡырмыҫҡалы ауылы, Йылға тыҡрығы, 7,1), йәки фотоға төшөрөп, 8 937-495-73-27 телефон һандарына бәйле WhatsApp, Max йәки Telegram-ға ебәрә ала һәм “Аҙна һайын бүләк!” уйынында ҡатнашып, бүләк отоу мөмкинлегенә эйә була. Әйҙәгеҙ, берҙәмерәк булайыҡ! Бүләктәр хужаларын көтә.

Беҙҙең бурыс – районыбыҙҙа йәшәгән милләттәштәребеҙ, төрлө өлкәләрҙә эшләгәндәр, матур һәм татыу ғаиләләр, хеҙмәт һөйгән тырыш кешеләр, һәләтле йәштәр, үҫеп килгән балалар тормошо тураһында яҙыу. Шулай уҡ тел-ил яҙмышы, башҡорт донъяһы, матур ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ, йолаларыбыҙ, яңы башланғыстар тураһында бәйән итеү, илдә барған ваҡиғалар менән таныштырыу ҙа беҙҙең иңдә.

Кемдәр был донъяла ҡайнап йәшәргә теләй, “Даирә”гә яҙылығыҙ, уҡығыҙ, таратығыҙ!

Автор:
Читайте нас