

Радик Әғзәмов тимерҙән сүкеп әйберҙәр эшләү менән тиҫтә йылдан ашыу шөғөлләнә. Улар эшләгән ҡапҡалар, ҡоймалар, беседкалар, мангалдар, сәскә һауыттары һәр йортто һәм ихатаны биҙәй. Улар шулай уҡ профнастилдан ҡоймалар, гараж ҡапҡаларын, баҫҡыстар, теплицалар эшләү менән дә шөғөлләнә. Заказдарҙы ваҡытында һәм сифатлы итеп башҡарғандары өсөн клиенттар ҙа уларҙың эшенән бик ҡәнәғәт.
- Иғәнәселек ярҙамы, шәфҡәтлелек күрһәтеү – һәр кемдең изге бурысы, тип һанайбыҙ. Бигерәк тә бөгөнгө еңел булмаған ваҡытта бер-беребеҙгә ярҙам ҡулы һуҙырға кәрәк, - ти Наталия.
Әғзәмовтарға эштәрендә һәм барлыҡ башланғыстарында уңыштар теләйек. Барлыҡ ҡыҙыҡһындырған һорауҙар буйынса 89373513062 телефон аша шылтыратығыҙ.
Гөлсәсәк Аласова.