«Даирә»не көтөп ала
Бала саҡтан эш күреп үҫергә, йәшләй генә колхозда ла, үҙенең белеме буйынса сауҙа өлкәһендә лә тир түгергә тура килә уға. Оҙаҡ йылдар почта начальнигы булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан.
Фәимә Бүләк ҡыҙы – гәзитебеҙҙең тоғро уҡыусыһы. Үҙ туған телендә сыҡҡан берҙән-бер район гәзитен алдырмайынса ҡалғаны юҡ.
- Бәләкәйҙән уҡырға яраттым, әле лә гәзит-журналдарҙан өҙөлмәйем, китапхананан китаптар ҙа алып уҡыйым. Бигерәк тә, үҙебеҙҙең район яңылыҡтарын сағылдырған, райондаштарымдың уңыштарын барлаған, күркәм ғаиләләрҙе данлаған “Даирә”не көтөп алам. Бына тәүгә бүләк оттом. Яңы йылдың ошолай уңышлы башланып киткәне өсөн сикһеҙ ҡыуандым. Ейәнсәрҙәремә яҡшы бүләк булды, - тигән тәьҫораттары менән бүлеште бүләк отоусыбыҙ.
Насировтар ғаиләһе өс ул тәрбиәләп үҫтергәндәр. Иң олоһо йыл ярым элек Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығы менән килешеү төҙөп, бөгөнгө көнгәсә махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт итә.
- Тиҙерәк һуғыш бөтһөн, илебеҙгә тыныслыҡ килһен. Бар теләгем шул. Бүләктәрегеҙ менән ҡыуандырғанығыҙ өсөн һеҙгә оло рәхмәт. Эшегеҙҙә ижади уңыштар, ғаиләләрегеҙгә именлек, барығыҙға ла ныҡлы сәләмәтлек теләйем, - тигән теләктәрен белдерҙе Фәимә апай.
Изге теләктәрегеҙ, беҙҙең менән бергә булғанығыҙ өсөн үҙегеҙгә лә ҙур рәхмәт! Улын яу яланына оҙатҡан әсә йөрәгенең ниҙәр кисергәнен аңлайбыҙ. Һуғыш тиҙерәк бөтөп, Фәимә апайға һәм шулай уҡ барлыҡ башҡа әсәләргә иҫәнлектә-һаулыҡта улдары менән яҡын арала осрашырға яҙһын тигән теләктәр юллайбыҙ.