Бүләгебеҙ үҙ эйәһен тапты
- Бейе, - ти почтальоныбыҙ бер көнө. Нимәгә улай ти икән тип аптырап ҡуйҙым. Баҡтиһәң “Даирә”нән бүләк отҡанмын икән. Ҡыуанып киттем. Пенсиям ҙур булмаһа ла, “Даирә”гә яҙылмайынса ҡалғаным юҡ. Элек әсәйем дә алдыра ине. Гәзитте яратып уҡыйым. Район яңылыҡтары менән танышам, таныштарымдың уңыштары тураһында белеп ҡыуанам, - ти Ҡарлыманбаш ауылынан Рәйҙә Сәйетҡолова.
Рәйҙә Ғиндулла ҡыҙы мәктәпте тамамлағас, Өфөләге сәнғәт училищеһында белем ала. Бында ул билдәле йырсылар Фән Вәлиәхмәтов, Иҙрис Ғәзиев менән бергә уҡый. Училищены уңышлы тамамлаған ҡыҙҙы Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрына эшкә алалар. Ул бында ун йылдан артыҡ эшләгәс, ауылға ҡайтырға мәжбүр була һәм төрлө эштәрҙә эшләп хаҡлы ялға сыға. Бөгөнгө көндә ул бәхетле әсәй һәм өләсәй.
Бына шулай бәләкәй генә бүләктәребеҙҙе лә ҙур итеп ҡабул итә, ҡыуана белә шул беҙҙең хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ.