13 ғинуар – Рәсәй матбуғаты көнө
Редакция тарихында уның үҙ урыны бар
Һөнәри байрамыбыҙ алдынан ғүмер юлының күп өлөшөн матбуғат хеҙмәтенә арнаған уҙаман-журналист, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре Марат Хәсәнов менән яҡындан таныштым.
Журналистикаға илткән юл
Йәмле тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан Иҫке Бәпес ауылында тыуып, ошо яҡтың һыуын эсеп үҫкән ул. Журналистиканы ғүмерлек юлдашы итеүе лә осраҡлы түгел: заманында атаһы Ғиниәт ағай уҡытыусылыҡ хеҙмәте менән бергә ауыл хәбәрсеһе эшен дә әүҙем алып барған.
Алайғыр ауылының ете йыллыҡ мәктәбен уңышлы тамамлаған үҫмер егет Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу училищеһына уҡырға инә.
-Күренекле башҡорт әҙибе, йәмәғәт эшмәкәре, ә ул саҡтағы ябай ауыл малайы Булат Рафиҡов менән өс йыл бер фатирҙа торҙоҡ. Йәш саҡта һәр беребеҙ тиерлек шиғыр яҙып ҡарай, мин дә яҙып маташтым, ә Булат шиғриәт менән ныҡлап шөғөлләнә ине. “Марат, һин шиғыр яҙып этләнмә, һинән шиғыр сыҡмаясаҡ, ә бына мәҡәләләрҙе булдыраһың”, - тип тураһын әйтте ул. Шулай итеп дуҫымдың ғәҙел тәнҡите миңә хәбәрсе булырға этәргес көс бирҙе. Өфө редакцияларына ул шиғырҙар, ә мин мәҡәләләр ебәрә башланыҡ. Тәүге хәбәрҙәребеҙ “Ленинсе” гәзитендә донъя күрҙе. Был турала Булат Рафиҡов үҙенең тамамлап өлгөрә алмаған “Өнһөҙ ҡалған тауыштар” әҫәрендә лә яҙған, -тип хәтерләй Марат Ғиниәт улы ғүмерлек һөнәренә илткән тәүге аҙымдарын.
Артабан инде уның училище һәм ҡала тормошо тураһындағы ҡыҫҡа мәҡәләләре “Стерлитамакский рабочий” гәзитендә баҫыла башлай. Был турала ул:
-Нәҡ ошо осорҙа хәбәрсе, журналист һүҙенең ни тиклем ҡиммәт булыуына төшөндөм һәм үҙем өсөн ғүмерлек һабаҡ алдым. Училищелағы спорт залының йыһазландырыуы тураһында гәзиткә хәбәрләмә биргәйнем. Гәзит хеҙмәткәрҙәре: “Унда волейбол һәм баскетбол секцияларында ярыштарға әҙерләнәләр”, -тип өҫтәп ҡуйғандар. Ә беҙ ул саҡта баскетбол уйынының нимә икәнен дә белмәй инек. Был хәбәр етәкселеккә барып еткән. “Бушты яҙғанһың, хәҙер үҙең ярышҡа баскетбол командаһы әҙерлә”, -тинеләр. Шулай итеп физкультура уҡытыусыһының тырышлығы менән бергә был эште атҡарып сығырға тура килде. Бына шунда аңланым инде һүҙ ҡиммәтен. Күп һүҙ – юҡ һүҙ икәнен дә һуңыраҡ төшөнөргә тура килде, -тине.
Училищены ҡыҙыл дипломға тамамлаған белгесте Мәскәүҙәге Китапхана институтына (әлеге Мәҙәниәт һәм сәнғәт институты) уҡырға ебәрәләр.
Мәскәүҙә уҡыған сағында Марат Хәсәнов иң абруйлы һаналған “Огонек” журналына мәҡәлә яҙырға йөрьәт итә. “Советская культура”, институт гәзиттәренә даими яҙышып тора, “Московский комсомолец” гәзитенең “Йәш хәбәрселәр” түңәрәгендә шөғөлләнергә лә өлгөрә. “Огонек” журналында һинең менән ҡыҙыҡһыналар, унда эш урыны бар”, -ти уға Мәскәүҙәге танышы институт тамамлаған йылды, тик Марат Ғиниәт улы тыуған яҡтарына ҡайтыуҙы хуп күрә.
Тәүге аҙымдар
Тыуған яҡтарына ҡайтҡас, Марат Хәсәнов өс йыл Мәләүез районында мәҙәниәт йорто директоры, мәҙәниәт бүлегендә һәм район киноселтәрҙәрендә етәксе вазифаларын башҡара, әммә бер ҡасан да матбуғатҡа яҙышыуҙы ташламай.
- Һәр яңылыҡты, күренеште, лайыҡлы кешеләр менән осрашыуҙар тураһында яҙғы килеп кенә торҙо, - ти ул был турала.
Байтаҡ ҡына тәжрибә туплап өлгөргән йәш кешенең журналистикаға булған һөйөүе артабан Мәләүез районының “Октябрь юлы” гәзитенә эшкә алып килә. Һуңыраҡ уға Ишембай районына күсергә һәм рәссам булып эшләргә тура килә, әммә унда ла райондың “Восход” (хәҙерге “Торатау”) гәзитенә әүҙем яҙышып тора.
Район тарихына индергән өлөшө
Йылдар үткәс, Марат Хәсәнов тыуған төйәгенә – Ҡырмыҫҡалы районына күсеп ҡайтырға ҡарар итә һәм 1974 йылда “Хеҙмәт даны” редакцияһына ауыл хужалығы бүлегенең хәбәрсеһе булып эшкә урынлаша. Бер йылдан һуң уны хаттар бүлеге мөдире итеп ҡуялар, шунан дубляж буйынса мөхәррир урынбаҫары итеп үрләтәләр. 1976 йылда СССР Журналистар союзына ҡабул ителә. Районда журналистар ойошмаһын ойоштороусы ла, уның тәүге секретары ла була.
Яҡташтарыбыҙ Рим Исхаҡов, Әхәт Юлмөхәмәтов менән бергә башҡорт халҡының милли ойошмаһын ойоштороу эшенә лә күп көс түгәләр. Хаҡлы ялға сыҡҡас, 1997 йылдан алып 14 йыл район ҡоролтайы эшенә баш көллө сума һәм район тарихы буйынса китап нәшер итеү, башҡорт телендә район гәзите сығарыу, Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев исемендәге премия булдырыу эштәренең башланғысында тора.
Марат Ғиниәт улы 40 йылға яҡын ғүмерен журналистикаға бағышлаған. Ун йыл буйы профсоюз ойошмаһын етәкләгән осорҙа төрлө ҡыҙыҡлы ярыштар, конкурстар ойоштороуҙарын, коллектив менән сөгөлдөр эшләүҙәрен, бер-береһен байрамдар менән ҡотлаған күңелле ваҡыттарын да иҫкә төшөрөп алды ул.
- Беҙҙең осорҙа тәнҡит шәп ине. Халыҡ барлыҡ проблемалары менән гәзиткә мөрәжәғәт итә. Районда 30-ға яҡын ауыл хәбәрселәре булды. Уларҙан көн һайын, кәм тигәндә, 3-4 битле хат ала торғайныҡ. Һәр береһе үҙ ауылындағы проблеманы күтәрә.
Яратҡан эш ялҡытмай ул. Үҙ эшемде яратып башҡарҙым, нәҡ ошо юлдан китеүемә һис үкенмәйем. Беҙ эшләгән ваҡытта редакцияла күберәк ир-егеттәр эшләй ине. Ҡатын-ҡыҙҙар аҙ булды. “Летучка”ларҙа бер-беребеҙҙе тәнҡитләп, ҡыҙара-бүртә килеп сығабыҙ ҙа, сыҡҡас барыһын да онотабыҙ, бер-беребеҙгә үпкәләп йөрөмәйбеҙ. Быларҙың барыһын да эшлекле һөйләшеү итеп кенә ҡарай инек. Коллективыбыҙ татыу булды. Ауылдарҙа беҙҙе һәр саҡ көтөп алдылар, барлыҡ проблемаларын һөйләйҙәр, әйҙәгеҙ, шуның тураһында яҙайыҡ, тип кәңәш-төңәштәрен әйтәләр, - тигән хәтирәләре менән бүлеште ул.
Ваҡытлы матбуғат хаҡында
90-сы йәш менән барған уҙаман әле лә гәзит-журналдарҙан айырылмай. Беҙ барғанда ла уның эргәһендә матбуғат баҫмалары өйөлөп ята ине.
- Сәләмәтлек бер аҙ ҡаҡшаны, шуға күрә хәҙер күпләп уҡып булмай. Шулай ҙа “Даирә” һәм “Кармаскалинская новь”, “Йәшлек” гәзиттәрен уҡымайынса ҡалғаным юҡ. Әлбиттә, хәҙерге матбуғатты элекке менән сағыштырып булмай, хәҙергеһе – “тешһеҙ”, тәнҡит юҡ. Был журналистарҙың ғәйебе түгел, ә журналистарҙың биҙаһы, заманаһы шулай икәнен аңлайым. Беҙ эшләгән саҡтарҙа гәзиттең һәр һанын райондың беренсе етәкселәре кабинетына мөхәррир үҙе алып барып бирә ине. Уны ентекле уҡып сығалар. Эйе, гәзитте улар ғына түгел, бар халыҡ йығылып ятып уҡыны. 70-80-се йылдарҙа башҡорт, рус, татар телдәрендә сыҡҡан район гәзиттәре тиражының 10 меңгә барып баҫыуы ла бының турала күпте һөйләй. Район гәзитен һәр йортта уҡыйҙар тигән һүҙ ине был.
Халыҡ гәзитте уҡып ҡына ҡалманы, шулай уҡ беҙҙең менән хеҙмәттәшлек тә итте. Район гәзиттәренең күп тираж менән нәшер ителеүендә йәш хәбәрселәрҙең, ауылдарҙа йәшәүсе эшсе хәбәрселәрҙең ярҙамы ғәйәт ҙур булды. Әүҙем яҙышыусылар һаны 60-тан артып китә ине. Улар үҙҙәренең яҙмаларында халыҡтың аныҡ фекерен белдерҙе. “Йәш хәбәрселәр” түңәрәге әүҙем эшләне.
Ауыл хәбәрселәренең күбеһе өсөн район гәзите оло тормошҡа ышаныслы баҫҡыс булды тиһәм дә яңылышмаҫмын. Рәмилә Вәхитова, Фәнзил Санъяров, Рим Исхаҡов, Эльза Саттарова, Усман Йәмғүров, Иван Тарасов, Рәғиҙә Дәүләтбаева, Риф Йөҙлөкбаев, Клара Ғәйфуллина һәм ошо көндәрҙә генә ваҡытһыҙ мәрхүм булған Рәлис Ураҙғолов нәҡ Ҡырмыҫҡалы гәзитендә тәүге тәжрибә алып, оло әҙәби юлға сыҡтылар, - тигән сағыштырыуҙары хаҡында ла белдерҙе әңгәмәсем.
- Мәҡәлә геройҙарының тышҡы ҡиәфәтен генә тасуирларға түгел, ә уның эске кисерештәрен дә һүрәтләргә, һәр геройға ғына хас үҙенсәлеген таба белергә кәрәк. Бәләкәй генә бер деталь геройҙың барлыҡ характерын аса. Журналист кеше күрмәгәнде лә күрергә, табырға тейеш. Герой, хатта, үҙе лә белмәҫкә мөмкин ул турала, - тигән теләк-кәңәштәрен дә еткерҙе баҫмабыҙҙа оҙаҡ йылдар хеҙмәт иткән тәжрибәле журналист.
Ғаилә усағы
Марат Хәсәнов 70 йылға яҡын бергә ғүмер кисергән тормош иптәше, почта хеҙмәте ветераны Дилара Әсәт ҡыҙы менән дүрт бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Балаларының барыһы ла үҙҙәренең күңеленә ятҡан һөнәр буйынса юғары белемгә эйә булғандар, ғаилә ҡорғандар. Әлеге көндә Хәсәновтар ейән-ейәнсәрҙәр, бүлә-бүләсәрҙәренең уңыштарына һөйөнөп йәшәй, бәхетле ҡартлыҡ кисерә.
Беҙҙе ҡаршы алғанда ла, оҙатып ҡалғанда ла:
- Редакция хеҙмәткәрҙәре Маратты онотмай. Һәр саҡ килеп хәлен белеп торалар, байрамдар менән ҡотлайҙар, -тигән рәхмәт һүҙҙәрен яуҙырҙы Дилара Әсәт ҡыҙы.
- Мине белгәндәрҙең барыһына ла сәләм әйтегеҙ. Хәлемде белеп торғанығыҙ өсөн рәхмәт. Бергә эшләгән хеҙмәттәштәремдең барыһын да һағынып иҫкә алам, -тигән сәләмдәрен күндерҙе Марат ағай.
Редакция тарихында үҙ урынын алған, район матбуғатына һәм тарихына тос өлөш индергән, фиҙаҡәр хеҙмәте менән хеҙмәттәштәренең генә түгел, барлыҡ район халҡының хөрмәтен яулаған, Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев исемендәге мәртәбәле премия лауреаты Марат Хәсәновҡа иҫәнлектә-һаулыҡта артабан да бәхетле ҡартлыҡ кисерергә яҙһын.
Фәнисә БАКИРОВА, Ҡырмыҫҡалы мәғлүмәт үҙәге бухгалтеры:
- Марат Хәсәнов менән оҙаҡ йылдар бер коллективта эшләргә тура килде миңә. Уны тәрән аҡыллы, уҡымышлы, юғары интеллектлы кеше булараҡ беләм. Марат Ғиниәт улы һәр кешенең күңеленә үтеп инә белә, оҫта әңгәмәсе лә. Уның үҙенә генә хас яҙыу стиле бар, мәҡәләләре бер тынала уҡыла. Район халҡы ла ул яҙғандарҙы яратып уҡыны, тип ҙур ышаныс менән әйтә алам. Марат Ғиниәт улын коллективта барыһы ла хөрмәт итте, уның менән кәңәшләште. Әле һаман булһа бергә хеҙмәт иткән ул йылдарҙы һағынып хәтерләйем.
Эльза САТТАРОВА, БР-ҙың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, журналистика уҙаманы:
- Мин 1976 йылда фотохәбәрсе булып эшкә килгәндә Марат Ғиниәт улы район гәзиттәре редакцияһында эшләп йөрөй ине. Ул саҡта коллективта журналист булып ир-егеттәр эшләй торғайны. Уларҙың барыһы ла мине һеңлеләре һәм ҡыҙҙары кеүек күреп, ҡурсалап йөрөттөләр, тәжрибәләре менән бүлештеләр. Марат ағайҙың һәр саҡ үҙ һүҙе, үҙ фекере булды һәм ул уны гәзит уҡыусыларға еткерә лә белде. Төрлө темаларға яҙған тәнҡит мәҡәләләре лә һәр саҡ урынлы булды. Уның ҡатнашлығында иртәнге оперативкалар бик йәнле, ҡайһы ваҡыт, хатта, бик ҡыҙыу үтә торғайны. Аҡты аҡ, ҡараны ҡара тип әйтергә ул бер ҡасан да ҡурҡып торманы. Марат Ғиниәт улы ысын журналист ҡына түгел, оҫта ойоштороусы ла ине. Хаттар бүлегендә эшләгән саҡта даими рәүештә ауылдарҙа осрашыуҙар үткәреп, ауыл хәбәрселәрен дәртләндереп, бүләкләргә лә онотманы. Дубляж буйынса мөхәррир урынбаҫары вазифаһын башҡарған саҡта уның тәржемә эшен дә яҡшы белеүе асыҡланды. Ғөмүмән әйткәндә, ул йәштәр өсөн төрлө яҡлап үрнәк булды. Ул – район гәзиттәре тарихында ғына түгел, район башҡорттары ҡоролтайында ла яҡты эҙ ҡалдырған шәхестәрҙең береһе. Марат Ғиниәт улы менән был өлкәлә лә бергәләп күп эштәр башҡарырға тура килде. Илем, телем, халҡым тип янып йөрөгән рухлы аҡһаҡалдарҙың береһе ул. Хәҙер инде ул ваҡыттарҙы һағынып иҫкә алырға ғына ҡалды.
Марат ағайға ныҡлы сәләмәтлек һәм йәшәү дәрте теләйем.
Розалия НАЗАРОВА.