Бөтә яңылыҡтар
10
Матбуғат
1 Ғинуар , 13:28

«Күк йөҙө тыныс булһын»

- Балалар баҡсаһында эшләп хаҡлы ялға сыҡтым. Ғүмер буйы күпләп гәзит-журналдар алдырҙым.

«Күк йөҙө тыныс булһын»
«Күк йөҙө тыныс булһын»

Зөлфиә МЫРҘАҒОЛОВА, Иҫке Бәпес ауылы: - Балалар баҡсаһында эшләп хаҡлы ялға сыҡтым. Ғүмер буйы күпләп гәзит-журналдар алдырҙым. Уларҙың һәр береһен ентекләп уҡып сығам. Бигерәк тә башҡорт телендә сыҡҡан үҙебеҙҙең район гәзите “Даирә”- не көтөп алам. Унда баҫылған яҡташтарым, ауылдаштарым тураһындағы мәҡәләләрҙе, район һәм республика яңылыҡтарын, хикәйәләрҙе яратып уҡыйым. Тәүге тапҡыр бүләк оттом һәм бына гәзитле лә, яңы үтекле лә булдым. Беҙҙе шулай ҡыуандырғандары өсөн “Даирә” гәзите хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәт белдерәм һәм ижади уңыштар теләйем. Яңы 2025 йыл барыбыҙ өсөн дә ғаилә именлегендә, тыныс күк йөҙөндә, шатлыҡ-ҡыуаныстарҙа һәм ныҡлы сәләмәтлектә үтһен!

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: