Тәүге өс бүләк уйнатылды
2025 йылдың тәүге ярты йыллығына “Даирә”гә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәреүселәр араһында был аҙнала тәүге өс бүләк уйнатылды.
Бөгөнгө көндә үҙ бәхетен һынап ҡарарға тип ебәрелгән 184 квитанция теркәлде. Бүләктәр отоуҙа ҡатнашырға теләүселәрҙең байтаҡ булыуы һөйөндөрҙө.
Шулай итеп, иң тәүге еңеүселәребеҙ ҙә билдәле булды. Иҫке Бәпес ауылынан Зөлфиә Мырҙағоловаға иң тәүге бүләк – үтек эләкте. Таҙлар ауылынан Гөлшат Хисмәтуллина бөгөндән электрон үлсәүле булды, ә Үтәгәндән Рөстәм Хәсәнов электр плитаһы менән бүләкләнә.
Тәүге өс бүләгебеҙ үҙ хужаларын тапты. Беҙ уларҙы ихлас ҡотлайбыҙ һәм тиҙ арала редакциябыҙҙа көтөп ҡалабыҙ. Ә беҙҙең бүләктәребеҙ тағы ла байтаҡ әле, шуға күрә кемдәр квитанцияларын ебәреп өлгөрмәгән, ашығығыҙ! Белеүегеҙсә, төп приз – икмәк мейесе!
“Даирә”ләр.