Почта хеҙмәтендә Эльвира Ҡасим ҡыҙы 2008 йылдан алып эшләй. Үҙенең яратҡан эше тураһында һөйләгәндә уның йөҙҙәре балҡып китә.
- Почтаға эшкә килгәнсе ауылда төрлө урындарҙа эшләргә тура килде. Әлеге эшем күңелемә ятты һәм бына хәҙер инде 16 йыл Иҫке Бәпес һәм Яңы Бишауыл ауылдарын хеҙмәтләндерәм. Бер йылды ла ҡалдырмай ваҡытлы матбуғатҡа яҙылып торған яҡташтарым булыуы ҡыуандыра. Бына Розалия апай кеүек гәзит-журналдарҙы көтөп алыусылар булғанда, эшләүе лә еңелерәк һәм күңеллерәк. Ҡайһы бер оло йәштәге ауылдаштарымдың өйҙәренә барып та яҙҙырам. Эшем бик оҡшай, тик хәҙерге интернет заманында гәзит-журнал алдырып уҡымағандарҙың йылдан-йыл арта барыуы ғына бер аҙ күңелде борсой, - ти Эльвира Ҡасим ҡыҙы.
- Эйе, Аллаһыма шөкөр, почтальоныбыҙҙан ныҡ уңдыҡ. Һәр саҡ яҡты йөҙө, йылы һүҙе менән беҙҙе ҡыуандырып тора. Ул беҙҙең барлыҡ тиерлек йомоштарыбыҙҙы үтәй. Үҙебеҙ бара алмаған саҡта йортобоҙға ла килтереп бирә. Беҙ почтальоныбыҙға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ, - тип һүҙгә ҡушыла Розалия апай.
РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы, хеҙмәт ветераны миҙалына лайыҡ булыусы Розалия Сәйетгәрәй ҡыҙы 39 йыл мәктәптә башланғыс класс уҡыусыларына белем биреп, хаҡлы ялға сыҡҡан. Ул ун йыл элек дин юлына баҫҡан һәм бөгөнгө көндә биш намаҙын ҡалдырмай, доғаларын ҡылып, зекер әйтеп ултыра.
- Аллаһы Тәғәлә ярҙамы менән дин юлына баҫтым. Үҙ аллы намаҙ уҡырға, ғәрәпсә яҙырға һәм уҡырға өйрәндем. Ошо юлға баҫтырғаны өсөн Хоҙайыма көн дә рәхмәт уҡыйым, - ти ул был хаҡта.
Нисә йылдар үтһә лә, Розалия Сәйетгәрәй ҡыҙын уҡыусылары һис тә онотмай, күстәнәс-бүләктәрен тотоп килеп, хәлен белеп торалар. Төрлө байрам сараларына, мәктәп кисәләренә лә даими саҡыралар.
Бөйөк Ватан һуғышы башланған йылда тыуып, сабый сағы һуғыш йылдарына тура килгән Розалия апай һәр көн һайын илебеҙҙең именлеге, яугирҙәребеҙҙең сәләмәтлеге һәм иҫәнлеге өсөн доғаларын ҡылып, изге теләктәрен теләргә онотмай.
- 1945 йылда миңә дүрт йәш булған. Бәләкәй генә булһам да, Бөйөк Еңеү килгәнде хәтерләйем. Шул тиклем йылы, матур яҙғы көн ине. Мин тау буйындағы сиҙәмдә уйнап ултырам, бөтәһе лә эштә. Атайымдың һыбайлап килгән ыңғайы: “Һуғыш бөттө, һуғыш бөттө!” – тип ҡысҡырып үтеүе хәтеремдә мәңгегә уйылып ҡалған. Донъяларыбыҙ имен булһын. Бөгөнгө көндә яу яланында илебеҙ именлеген һаҡлаған барлыҡ яугирҙәр иҫән-һау, үҙ аяҡтарында тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтһындар, - тигән изге һүҙҙәрен белдерҙе ул һәм ваҡытлы матбуғат тураһында ла уй-фекерҙәрен еткерҙе.
- Гәзит-журналдар алдырмаған сағым булманы. Бала саҡта атай-әсәйемдәр ҙә күпләп алдыра ине. Бигерәк тә үҙебеҙҙең туған телебеҙҙә сыҡҡан район гәзите “Даирә”не яратып уҡыйым, көтөп алам. Яҡташтарым, хеҙмәт алдынғылары, күркәм ғаиләләр тураһында яҙылған барлыҡ мәҡәләләр оҡшай. Элекке уҡыусыларым, туғандарым һәм таныш-белештәр хаҡында яҙылһа, бигерәк ныҡ һөйөнәм, ҙур ғорурлыҡ кисерәм. Яҡташтарыбыҙҙың шиғри шәлкемдәрен дә яратам. Һеҙгә ижади уңыштар, киләсәктә лә беҙҙе шулай гелән ҡыуандырып тороуығыҙҙы теләйем, - тигән теләктәр теләп хушлашты даими уҡыусыбыҙ Розалия Ҡасҡынбаева.
Теләктәрегеҙ өсөн рәхмәт! Һеҙҙең кеүек гәзитебеҙҙең ошондай тоғро уҡыусылары, дуҫтары булғанда матбуғаттың киләсәге бар, тип әйтә алабыҙ!
Розалия НАЗАРОВА.
Автор фотоһы.