Ошо көндәрҙә тап шундай яҡташтарыбыҙҙың береһе менән осрашырға тура килде. Редакциябыҙға Ҡырмыҫҡалы ауылының “Бал ҡорто” балалар баҡсаһында ашнаҡсы булып эшләүсе Зилә Рәхимова килде һәм:
- Акция тураһында ишетеү менән килеп тә еттем. Минең дә шундай бәләкәй генә булһа ла изге эш башҡарғым килә. Махсус хәрби операцияла ҡатнашып, батырҙарса һәләк булған яугир яҡташымдың әсәһенә “Даирә” гәзите бүләк итергә теләйем, - тигән теләген белдерҙе.
Зилә Фәнил ҡыҙы Ҡырмыҫҡалы ауылында йәшәй. Тормош иптәше менән бер ул тәрбиәләп үҫтергәндәр. Әлеге көндә улы, килене һәм ейәнсәре менән бергә донъя көтәләр.
Хеҙмәт хаҡы юғары булмаған ябай ашнаҡсының да шундай ҙур мәрхәмәтлек эшләргә әҙер булыуы беҙҙең өсөн икеләтә ҡыуаныслы булды.
Эйе, был изге акцияға һәр кем ҡушыла ала. “Изге яҙылыу” акцияһында һеҙ ҙә ҡатнашып, яҡындарығыҙға, мохтаждарға, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләһенә район гәзите – “Даирә”не бүләк итә алаһығыҙ!
Миләүшә ДӘҮЛӘНОВА.