-3 °С
Ҡар
- Ғүмер буйы гәзит-журналдарҙы күп алдырҙым. Балалар уҡығанда “Пионер”, “Юный натуралист”, “Башҡортостан ҡыҙы” журналдарын, “Совет Башкортостаны”, “Хеҙмәт даны” гәзиттәренән бер ҙә ҡалманым.
Хәҙер ҙә 90-сы йәш менән барһам да, “Даирә” гәзитен яратып алдырам. Күҙем күрә, Аллаға шөкөр, гәзитте рәхәтләнеп уҡыйым. Уның аша район, ауыл яңылыҡтары менән танышам, мауыҡтырғыс хикәйәләрҙе, матур шиғырҙарҙы уҡып барам.
Әле бына редакция бүләкләп тә ебәрҙе, ҙур рәхмәт. Үҙегеҙ арымай- талмай эшләгеҙ, уңыштар йылмайып торһон.
Фәниә Сәлимгәрәева.