Ике яугирҙең әсәһенә - бүләк
“Изге матбуғатҡа яҙылыу” хәйриә акцияһына муниципаль райондың территориаль вәкилдәре төркөмөнөң юридик шәхестәр менән эшләү буйынса белгесе Илгиз Туймаҡаев ихлас күңеленән ҡушылды.
Илгиз Азат улы махсус хәрби операцияла контракт буйынса хеҙмәт иткән ике яугирҙең әсәһе, Ҡырмыҫҡалы ауылында йәшәүсе Венера Мөхәмәтйәноваға “Даирә” гәзитен бүләк итте.
- Маҡсаты изге булған “Изге матбуғатҡа яҙылыу” акцияһына ҡушылып, ярҙам йөҙөнән үҙ өлөшөмдө индерергә булдым. Киләһе ярты йыллыҡта махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы патриотик рухлы егеттәрҙең ғаиләһе туған телдә сыҡҡан район баҫмаһын алдырасаҡ, - тине ул.
Был акцияға ҡушылыусыларға рәхмәт белдерәбеҙ, изгелектәрегеҙ үҙегеҙгә әйләнеп ҡайтһын. Ә ир-егеттәребеҙ иҫән-имен әйләнеп ҡайтһындар!