Даирә
+4 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
21 Декабрь 2023, 11:54

Гәзитле лә, бүләкле лә булдылар

“Даирә” гәзитенә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргән уҡыусыларыбыҙ араһында аҙна һайын бүләк уйна­тыуҙы дауам итәбеҙ. Ошо аҙнала тағы ла өс бүләк үҙҙәренең хужаһын тапты. 

Гәзитле лә, бүләкле лә булдылар
Гәзитле лә, бүләкле лә булдылар

Гәзитле лә, бүләкле лә булдылар

“Даирә” гәзитенә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргән уҡыусыларыбыҙ араһында аҙна һайын бүләк уйна­тыуҙы дауам итәбеҙ.

Ошо аҙнала тағы ла өс бүләк үҙҙәренең хужаһын тапты. Был юлы Үрге Төкөндән Юнир Әхмәтйәновҡа (йыуыныу бүлмәһе өсөн йыйылма), Иҫке Мусанан Миңлегөл Ғәлиәхмәтоваға (емеш-еләк өсөн быяла һа­уыт) һәм Бишауыл-Уңғарҙан Лилиә Байымоваға (гөл һауыттары) бәхет йылмайҙы. Еңеүселәребеҙҙе ихлас тәбрикләйбеҙ һәм тиҙ арала, түҙемһеҙләнеп редакци­ябыҙҙа көтәбеҙ.

Бүләктәребеҙ бының менән генә бөтмәне әле, шуға күрә кемдәр әле һаман гәзиткә яҙылырға һәм квитанцияһын ебәрергә өлгөрмәгән, ашығығыҙ. Киләһе бүләк, бәлки, тап һеҙҙеке булыр!

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: