Даирә
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
5 Декабрь 2023, 16:14

Ташламалы хаҡҡа яҙылыу ун көнлөгө дауам итә

4 декабрҙән 14 декабргә тиклем республика гәзит-журналдарына ташламалы хаҡҡа яҙылыу ун көнлөгө дауам итә. Ошо осорҙа төрлө баҫмаларға, шул иҫәптән район гәзиттәренә лә осһоҙораҡ хаҡҡа яҙылырға мөмкин.

“Даирә” – халыҡсан гәзит. Уның биттәрендә район хәбәрҙәре, яңылыҡтар, райондаштар тураһында мәҡәләләр, ҡотлауҙар, белдереүҙәр, уҙғарылған саралар, репортаждар баҫыла. Гәзитебеҙ - кәрәкле, файҙалы мәғлүмәт еткереүсе генә түгел, ышаныслы дуҫ, кәңәшсе, серҙәш тә.
Был ун көнлөктә 2024 йылдың тәүге ярты йыллығына район гәзиттәренә, шул иҫәптән “Даирә” гәзитенә яҙылыу хаҡы 978 һум 48 тин тәшкил итә.
Яҡташтарыбыҙ был осорҙа яратҡан баҫмаһына яҙылып, бер аҙ аҡсаны кеҫәлә ҡалдырыу мөмкинлеге ала. Ошондай тәҡдимдән Түбәнге Төкөн ауылынан хаҡлы ялдағылар - Тәлиға Бикҡужина, Әхмәт Ниғмәтуллин, Зөлфирә һәм Әхмәт Бикҡужиндар, Зилә Ғәлиева һәм Үрге Төкөн ауылынан Зилә Сурбаева файҙаланды. Уларҙың барыһы ла матбуғатһыҙ йәшәй алмауҙарын, “Даирә” гәзитен көтөп алыуҙарын әйттеләр.
Гәзиткә барлыҡ почта бүлексәләрендә һәм почтальондар аша яҙылырға була. Шуны ла әйтергә кәрәк, гәзитебеҙгә яҙылыусылар араһында бүләктәр ҙә уйнатыла. Шуға күрә яҙылыу тураһындағы квитанцияларығыҙҙың күсермәләрен 89374957327 ватсабына ебәреүегеҙҙе һорайбыҙ.
Әйткәндәй, был аҙнала гәзиткә яҙылыусылар араһында тәүге бүләк отоусылар ҙа бар. Бына улар – Шәрипҡол ауылынан Нәжибә Сурағолова (сәғәт), Иҫке Бәпес ауылынан Хөснә Ғөбәйҙуллина (һауыт) һәм Алайғыр ауылынан Әхмәт Ғәйнуллин (мендәр). Еңеүселәрҙе ихлас ҡотлайбыҙ! Уларҙың оҙаҡҡа һуҙмай приздарын редакциянан килеп алыуҙарын һорайбыҙ. Үҙегеҙ менән документтарығыҙҙы (паспорт, СНИЛС, ИНН) килтерергә онотмағыҙ.
Мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмағыҙ – ташламалы хаҡҡа яҙылырға өлгөрөп ҡалығыҙ!
Автор:
Читайте нас: