Рухи һәм матди ярҙам өлгөһө
Был акцияға ойошма, предприятие, учреждение етәкселәре, эшҡыуарҙар һәм битараф булмаған, ихлас күңелдән теләгәндәр ҡушыла. Улар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзаларына, хаҡлы ялдағыларға, мохтаж булғандарға, шулай уҡ таныштарына бүләккә гәзиттәргә яҙҙыра. Был акция кешеләргә рухи һәм матди ярҙам өлгөһө булып тора. Район баҫмаларын, шул иҫәптә “Даирә” гәзитен бүләк итеүселәр ҙә күп. Уларҙың береһе – шәхси эшҡыуар, “Копейка” магазины хужаһы Динар Шәрипов гәзитте бик яратып уҡыған танышын туған телдә сыҡҡан баҫмаға яҙҙыртты. Ул яңы йылда ла гәзит менән бергә ҡаласаҡ. Әйткәндәй, Динар Дауыт улы элек тә гәзитебеҙгә иғәнәселек ярҙамы күрһәткәйне.