Даирә
+4 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
16 Ноябрь 2023, 11:49

Ышаныслы ҡулдарҙа

Үтәгән ауылы мәктәбе директоры Зорина Иҙрисова “Изге яҙылыу” ак­цияһы сиктәрендә үткәрелгән эстафе­таны ихлас күңелдән ҡабул итеп алды.

Ышаныслы ҡулдарҙа
Ышаныслы ҡулдарҙа

Ышаныслы ҡулдарҙа

Үтәгән ауылы мәктәбе директоры Зорина Иҙрисова “Изге яҙылыу” ак­цияһы сиктәрендә үткәрелгән эстафе­таны ихлас күңелдән ҡабул итеп алды.

Зорина Наил ҡыҙының ярҙамы менән ошо көн­дәрҙә үҙ ғүмерҙәрен аямайынса махсус хәрби операция биләмәһендә тыныс күк йөҙө өсөн көрәшеүсе биш яҡташыбыҙҙың ғаиләләре ярты йыл буйына башҡорт телендә сыҡҡан район гәзите – “Даирә”­не уҡыу шатлығын кисерәсәк. Эстафетаны арта­бан Шәрипҡол мәктәбе директоры Рәйлә Ғәйнул­лина ҡуш ҡуллап ҡабул итеп алды.

Мәктәп директорҙарының да изге акцияға ҡушылыуы был сараға тағы ла оло мәртәбә өҫтәй. Ә был инде киләсәк быуындың ышаныслы ҡул­дарҙа булыуы тураһында һөйләй. Изге эштәрегеҙ өсөн сикһеҙ рәхмәттәр яуһын!

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: