Изге эшкә битараф ҡалманы
Ҡабаҡ ауылы мәктәбе директоры Миләүшә Күсәбаева “Изге яҙылыу” акцияһына битараф ҡалманы һәм иң тәүгеләрҙең береһе булып ҡушылды.
Үҙ туған телеңдә сыҡҡан гәзит-журналдар беҙгә рухи аҙыҡ ҡына биреп ҡалмай, ә шулай уҡ аралашыу майҙаны ла. Бигерәк тә хәҙерге интернет заманында иң дөрөҫ һәм аныҡ мәғлүмәтте тик матбуғат баҫмаларынан ғына алырға мөмкин. Гәзит-журналдар аша телебеҙ, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ, йолаларыбыҙ киләсәге лә хәстәрләнә, тигән фекерҙә Миләүшә Әмир ҡыҙы. Шуға күрә ул изге ғәмәл башҡарып, хаҡлы ялдағы яҡташына ярты йылға “Даирә” гәзитен бүләк итте.
Изгелек менән һуғарылған матур саранан мәктәп директорҙарының да ситтә ҡалмауы ҡыуандыра. Эштәрегеҙ гелән уң булһын!