Даирә
+4 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
16 Ноябрь 2023, 11:34

Изге эш ерҙә ятып ҡалмаҫ

2024 йылдың тәүге ярты йыллығына матбуғат баҫмаларына яҙылыу сиктәрендә уҙғарылған “Изге яҙылыу” акцияһы ҡыҙыу бара. Был акцияға ихлас ҡушылған, битараф ҡала алмаған изге күңелле яҡташтарыбыҙға оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ һәм эштәрендә уңыштар, эшләгән изгелектәренең меңләтә үҙҙәренә әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ.

Изге эш ерҙә ятып ҡалмаҫ
Изге эш ерҙә ятып ҡалмаҫ

Акцияның маҡсаты изге

“Изге яҙылыу” акцияһында “Агростиль” йәмғиәте етәксеһе Таһир Байғусҡаров та ҡатнашты. Таһир Миңнулла улы район­дан мобилизацияланған яугир ғаиләһен туған телдә сыҡҡан район гәзитенә яҙҙыртты. Ул яҙҙырған “Даирә” гәзитен хәҙер махсус хәрби операцияла ҡатнашыусының ғаиләһе алдырасаҡ.

Таһир Байғусҡаровтың изге эштәре бихисап. Ул үҙенең тыуған Үрге Төкөн ауылында “Миңнулла” мәсетен төҙөнө, иғәнәселек ярҙамын күрһәтеп тора, шул иҫәптә “Даирә” гәзи­тенә иғәнәсе лә булғаны бар.

“Изге матбуғатҡа яҙылыу” акцияһына теләгән һәр кем ҡушыла ала. Шулай махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы­ларҙың ғаилә ағзаларына йәиһә мохтаж булған кешеләргә яратҡан баҫмаларын бүләк итә ала.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: